Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Сүлдә йөрөгәндә израилдәр маннанан һәм бытбылдыҡтан башҡа нимә ашаған?

Ҡырҡ йыл сүлдә йөрөгәндә израилдәр күбеһенсә манна менән туҡланған (Сығ. 16:35). Шулай уҡ Тәүратта яҙылғанса, Йәһүә ике тапҡыр уларға бытбылдыҡ ите ашатҡан (Сығ. 16:12, 13; Һан. 11:31). Ләкин уларҙың башҡа ризыҡтары ла булған.

Мәҫәлән, ҡайһы саҡта Йәһүә израилдәрҙе һыу һәм ризыҡ булған «туҡталыу урындарына» алып килгән (Һан. 10:33). Ундай ерҙәрҙең береһе — Элим оазисы. Унда «12 һыу сығанағы һәм 70 финик пальмаһы» булған (Сығ. 15:27). Бер китапта былай тиелә: «Ул ерҙә финик пальмаһы ныҡ таралған үҫемлек булған... Сүлдә ул төп емеш ағасы булып тора һәм миллионлаған кешене ризыҡ, май менән тәьмин итә һәм ышыҡ урын бирә» («Plants of the Bible»).

Израилдәр шулай уҡ, моғайын, бөгөн Фаран тип билдәле булған ҙур оазиста туҡталғандыр a. Ул йылға үҙәнендә (йәғни ва́дила) урынлашҡан. Бер белешмәлә шул үҙән тураһында былай тиелгән: «Уның оҙонлоғо 130 километр һәм ул Синай ярымутрауында иң оҙон, иң матур һәм иң таныш вади булып тора». Ул белешмәлә шулай уҡ былай тип дауам ителә: «Үҙән тамағынан 45 километр самаһы йыраҡлыҡта һәм диңгеҙ кимәленән 600 метр бейеклектә ҡуйы Фаран оазисы урынлашҡан. Ул яҡынса 5 километрға һуҙылған. Әйтерһең дә, Синайҙағы Эден баҡсаһы. Бында үҫкән меңләгән финик пальмаһы боронғо замандан бирле кешеләрҙе йәлеп итә» («Discovering the World of the Bible»).

Фаран оазисындағы Финик пальмалары

Мысырҙан киткәндә израилдәр үҙҙәре менән ҡамыр, уны әсетер өсөн һауыт һәм, күрәһең, иген менән май алған. Әлбиттә, быларҙың барыһы оҙаҡҡа етмәгән. Халыҡ шулай уҡ «ваҡ һәм эре тереклек, ғәйәт күп мал-тыуар» эйәртеп алып сыҡҡан (Сығ. 12:34—39). Әммә сүлдәге шарттар арҡаһында малдың күбеһе үлгән. Бынан тыш, ҡайһы берҙәрен һуйып ашағандар, ә башҡаларын Аллаға, шул иҫәптән ялған илаһтарға ла ҡорбанға килтергәндәр (Ғәм. 7:39—43) b. Шулай ҙа израилдәрҙең сүлдә йөрөгәндә малы булған. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ? Был Йәһүәнең тыңламаған израилдәргә әйткән һүҙҙәренән күренә: «Һеҙҙең улдарығыҙ сүлдә 40 йыл көтөүселәр булыр» (Һан. 14:33). Шуға күрә уларҙың эсергә һөтө һәм ашарға ите лә булған тигән һығымта яһап була. Әммә 40 йыл дауамында өс миллион кешене ашатыр өсөн был етерлек булмаған c.

Ә малын ашатыр өсөн израилдәр ҡайҙан аҙыҡ алған һуң? d Ул ваҡытта, күрәһең, сүлдә ямғырҙар йышыраҡ яуған һәм үлән дә күберәк булған. «Изге Яҙманы аңлау» тигән белешмәлә (урыҫ), «Аравия» тигән мәҡәләлә былай яҙылған: «3 500 йыл элек Ғәрәбстанда һыу бөгөнгө көндәргә ҡарағанда күберәк булған. Тәрән вадилар, йәғни элек йылға төбө булған ҡоро үҙәндәр ямғырҙың күп булыуын иҫбатлай». Шулай ҙа сүл ҡурҡыныс һәм ҡоро ер булып ҡалған (Ҡан. 8:14—16). Йәһүә израилдәрҙе мөғжизәле рәүештә һыу менән тәьмин итмәгән булһа, улар ҙа, уларҙың малы ла иҫән ҡалмаҫ ине (Сығ. 15:22—25; 17:1—6; Һан. 20:2, 11).

Муса әйткәнсә, Алла, израилдәрҙе манна менән туҡландырып, «кеше икмәк менән генә түгел, ә Йәһүә ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙ менән дә йәшәй» икәнен аңлатҡан (Ҡан. 8:3).

a «Күҙәтеү манараһы» (урыҫ) 1992 йылдың 1 май сығарылышында 24, 25-се биттәрҙе ҡарағыҙ.

b Тәүратта әйтелгәнсә, сүлдә Йәһүәгә ике тапҡыр ҡорбан килтерелгән булған. Беренсе осраҡ — Алла Һарунды һәм уның улдарын руханиҙар итеп билдәләгәндә. Икенсеһе — Ҡотҡарылыу байрамы ваҡытында. Был ике осраҡ б. э. т. 1512 йылда израилдәр Мысырҙан сыҡҡандан һуң бер йыл самаһы үткәс булған (Лев. 8:14—9:24; Һан. 9:1—5).

c Сүлдә 40 йыллыҡ сәйәхәттең аҙағында израилдәр һуғышта йөҙәр мең хайуан табыш итеп алған (Һан. 31:32—34). Шулай ҙа улар Вәғәҙә ителгән ергә кергәнгә тиклем манна менән туҡланыуын дауам иткән (Еш. 5:10—12).

d Хайуандар манна ашаған тип уйлау дөрөҫ булмаҫ ине, сөнки Йәһүә «һәр береһе үҙенә ашарға күпме кәрәк, шул тиклем йыйһын» тигән (Сығ. 16:15, 16).