Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Хулда үҙ маҡсатына өлгәшкән

Хулда үҙ маҡсатына өлгәшкән

БЕР НИСӘ йыл элек Индонезияла Санги́хе утрауында булһағыҙ, моғайын, һеҙ яр буйында беҙҙең өс апай-ҡәрҙәште күрер инегеҙ. Урындағы кешеләр уларҙы бик яҡшы белә, сөнки ҡәрҙәштәребеҙ уларға Изге Яҙманы яҡшыраҡ белергә ярҙам итә. Ләкин был юлы апай-ҡәрҙәштәр бөтөнләй башҡа эш башҡара.

Индонезияның төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан Сангихе утрауы

Тәүҙә улар, диңгеҙгә кереп, һыуҙан ярға ҙур таштар сығара. Ул таштарҙың ҡайһы берҙәре футбол тубы ҙурлығындай. Шунан улар, ағас табуреткаға ултырып, сүкеш менән эшләй башлай. Улар таштарҙы бәләкәй генә — тауыҡ йомортҡаһынан да бәләкәйерәк киҫәктәргә вата. Шунан һуң ваҡ ташты ҡауырһын биҙрәләргә йыйып, баҫҡыс буйлап өҫкә алып менә лә өйҙәренә алып ҡайта. Унда уларҙы ҙур тоҡтарға тултыра. Һуңынан ул тоҡтарҙы машинаға тейәп юл төҙөлгән ергә алып китәләр.

Хулда яр буйында таштар йыя

Был ҡәрҙәштәрҙең береһе — Ху́лда. Ғәҙәттә, ул ғаиләһен тәьмин итер өсөн генә эшләгән. Ләкин ул планшет алырға маҡсат ҡуйған, шуға күрә күберәк эшләргә булған. Планшеты булһа, ул JW Library® ҡушымтаһын ҡуллана алыр ине. Хулда был ҡушымталағы видеояҙмалар һәм башҡа әҙәбиәттәр уға уңышлы вәғәзләргә һәм Изге Яҙманы яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә аласағын белгән.

Киләһе ай ярым дауамында Хулда һәр иртә ике сәғәткә күберәк эшләгән. Ул шул тиклем күп таш ватҡан, хатта ул таштар менән бәләкәй йөк машинаһын тултырырға булыр ине. Ахырҙа ул планшет һатып алырға етерлек аҡса йыйған.

Хулда планшетын тотоп тора

«Таш ватыу — еңел эш түгел, шуға мин ныҡ арый инем. Бөтә тәнем һыҙлана ине, — тип һөйләй Хулда. — Ләкин планшетты ҡулыма алыуым булды шунда уҡ бөтә һыҙланыуҙарымды оноттом! Уның ярҙамында вәғәзләүе һәм мәсихселәр осрашыуына әҙерләнеүе еңелерәк». «Шулай уҡ пандемия ваҡытында йыйылыш һәм хеҙмәт осрашыуҙары видеоэлемтә аша үткәндә, планшет айырыуса кәрәк булды», — тип өҫтәй ул. Беҙ Хулда апай-ҡәрҙәштең үҙ маҡсатына өлгәшкәненә бик шат.