Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Ниневияның биналары һәм һындары үҙ мөһабәтлеге менән ғәжәпләндергән.

Һеҙ белә инегеҙме?

Һеҙ белә инегеҙме?

Ниневия менән нимә булған?

БЕҘҘЕҢ эраға тиклем VII быуаттың башында Ассирия бөтә донъя империяһы булып киткән. Британ музейының сайтындағы мәғлүмәт буйынса, был империяның территорияһы Көнбайышта Кипрҙан алып Көнсығышта Иранға тиклем йәйелгән булған. Ҡайһы бер йылдарҙа уның территорияһына хатта Мысыр ҙа кергән. Ассирияның башҡалаһы, Ниневия, донъяла иң ҙур ҡала булып һаналған. Унда ғәйәт ҙур һындар, иҫ киткес матур баҡсалар, мөһабәт һарайҙар һәм ҙур китапханалар булған. Боронғо Ниневияның стеналарында ҡалған яҙмалар буйынса, Ашшурбанипал үҙен, Ассирияның башҡа идарасылары һымаҡ, «донъя батшаһы» тип атаған. Уның идара итеү ваҡытында Ассирияны һәм уның башҡалаһын, Ниневияны, бер кем дә еңә алмаҫлыҡ булып күренгән.

Ассирияның бөтә донъя державаһы үҙ ваҡытында иң бөйөк империя булған.

Шулай ҙа, Ассирияның иң данлыҡлы ваҡытында, Йәһүә Сафуния пәйғәмбәр аша былай тип пәйғәмбәрлек иткән: «[Йәһүә] Ассирияны емерер һәм Ниневияны буш итер, ул сүлдәй ҡоро урын булыр» (Саф. 2:13). Ә Наум пәйғәмбәр былай тигән: «Көмөш, алтын талап алығыҙ! [...] Ҡала буш, емерек һәм ташландыҡ хәлдә!»; «Һине күргән һәр кем һинән ҡасып китер һәм: „Ниневия емерелде! Уны кем ҡыҙғаныр?“ — тип әйтер» (Наум 2:9, 10; 3:7). Кешеләр, был пәйғәмбәрлектәрҙе ишетеп: «Ысынлап та шулай булырмы? Кем дә булһа Ассирияны еңә алырмы?» — тип ғәжәпләнә алған. Сөнки быға ышаныуы ауыр булған.

Хәҙер Ниневия булған ерҙә сүл

Ләкин барыһы ла тап шулай килеп сыҡҡан да! Б. э. т. VII быуаттың аҙағына Ассирияны вавилондар һәм мидиялылар еңеп алған. Ваҡыт үтеү менән Ниневия ташландыҡ хәлгә ҡалған һәм бөтөнләй онотолған. Метрополитен сәнғәт музейының сайтында сығарылған бер мәҡәләлә былай тиелә: «Урта быуаттар ваҡытына ул ерҙә ҡасандыр ҡала булғанын бер нәмә лә күрһәтмәй ине. Ниневия тураһында тик Изге Яҙманың биттәренән генә белеп була ине» («Michael Seymour. Nineveh»). Изге Яҙма археологик йәмғиәтенең онлайн-архивындағы бер баҫма буйынса, XIX быуаттың башында «Ассирияның был бөйөк башҡалаһы ҡасандыр булғанын хатта бер кем дә теүәл белмәгән» («Deborah A. Thomas. Uncovering Nineveh»). Унан һуң, 1845 йылда, Остин Лейард исемле археолог Ниневияның булған урынында ҡаҙыу эштәрен башлаған. Ул Ниневияның ҡалдыҡтарын ғына түгел, ә хатта ул ҡаланың бөйөк данға эйә булғанына дәлилдәр тапҡан.

Ниневия тураһындағы пәйғәмбәрлек нескәлектәренә тиклем үтәлгән. Тимәк, Изге Яҙмала бөгөнгө сәйәси көстәрҙең юҡ ителәсәге тураһында әйтелгәндәрҙең барыһы ла үтәләсәк (Дан. 2:44; Асыл. 19:15, 19—21).