Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Боронғо көршәктә Изге Яҙмалағы исем

Боронғо көршәктә Изге Яҙмалағы исем

2012 йылда ҡаҙыу эштәре ваҡытында яҡынса 3 000 йыл элек яһалған балсыҡ көршәктең ярсыҡтары табылған. Был табылдыҡ ғалимдарҙың иғтибарын йәлеп иткән. Ул башҡа табылдыҡтарҙан нимә менән айырылып торған? Ғалимдарҙы көршәктең ярсыҡтары түгел, ә шул ярсыҡтарҙа нимә яҙылғаны ҡыҙыҡһындырған.

Көршәктең ярсыҡтарын йыйып, археологтар боронғо Ҡынаан телдәренең береһендә яҙылған «Ишваал Бен Беда [Беданың улы]» тигән яҙыу тапҡандар. Археологтарҙың был исемде боронғо яҙыуҙа табыуының беренсе осрағы була был.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Ишваал тигән исем Изге Яҙмала телгә алына. Шаул батшаның бер улының исеме шулай булған (1 Йыл. 8:33; 9:39). Ҡаҙыу эштәрендә ҡатнашҡан профессор Йосеф Гарфинкель былай ти: «Шуныһы ҡыҙыҡ: Изге Яҙмала, ә хәҙер археологик табылдыҡтарҙа ла осраған Ишваал тигән исем Дауыт батша идара иткән ваҡытҡа ғына тура килә». Ҡайһы берәүҙәрҙең уйлауынса, был исем тик шул тарихи осорҙа ғына ҡулланылған. Археологик табылдыҡтар тағы ла Изге Яҙманың дөрөҫлөгөн иҫбатлай!

Изге Яҙманың башҡа өҙөктәрендә Ишваал тигән исем Ишбәшит тип тәржемә ителгән. Был исемдең «ваал» тигән өлөшө «бәшит» тигәнгә алмаштырылған (2 Сам. 2:10). Ни өсөн? «Күрәһең, II Самуил китабында Ишваал тигән исем ҡынаандарҙың ямғыр һәм дауыл илаһы Ваалды хәтерләткәнгә ҡулланылмай, — тип аңлата ғалимдар, — ләкин Йылъяҙма китабында ул һаҡланып ҡалған».