Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Һеҙ белә инегеҙме?

Һеҙ белә инегеҙме?

Рим хөкүмәте бағанаға ҡаҙаҡланған кешене тейешле рәүештә ерләргә рөхсәт иткәнме?

БЕЛЕҮЕБЕҘСӘ, Ғайса бағанаға ике юлбаҫар араһында ҡаҙаҡланған булған (Матф. 27:35—38). Унан һуң уның кәүҙәһен, ерләүгә әҙерләп, ҡәбергә һалғандар. Әммә ҡайһы берәүҙәр быны шик аҫтына ҡуя (Марк 15:42—46).

Инжил тәнҡитселәре уйлауынса, Рим хөкүмәте бағанаға ҡаҙаҡланған енәйәтсене тейешле рәүештә ерләргә рөхсәт итмәгән. Тәнҡитселәрҙең ҡарашы буйынса, шундай саҡтарҙа бөтөнләй башҡаса эш иткәндәр. Ариэль Сабар исемле журналист «Смитсониан» журналында былай тип яҙа: «Түбән төшкән кешеләрҙе тәрегә ҡаҙаҡлап үлтергәндәр. Шуға күрә, римдар ундай енәйәтсене башҡа кешеләрҙе һымаҡ ерләгәндәр, тигән фекер ҡайһы бер эксперттар өсөн көлкө булып күренгән». Римдар үлемгә хөкөм ителгән енәйәтсене, ғәҙәттә, бағанала ҡалдырған. Был енәйәтселәрҙе кәмһетер өсөн эшләнгән. Сөнки уларҙың тәндәрен үләкһә менән туҡланған ҡоштарға ҡалдырғандар. Шунан мәйеттең ҡалдыҡтарын дөйөм ҡәбергә ташлағандар.

Археологик табылдыҡтарҙан күренеүенсә, һәр ваҡытта ла шулай эшләмәгәндәр. 1968 йылда беренсе быуатта язалап үлтерелгән бер ирҙең һөйәктәрен тапҡандар. Улар оссуарийҙа, йәғни һөйәктәр өсөн махсус йәшниктә ятҡан. Ә был йәшник Иерусалим янындағы бер еврей ғаиләһенең ҡәберендә табылған. Шул һөйәктәр араһында үксә һөйәге лә булған. Ул һөйәк 11,5 сантиметр тимер ҡаҙаҡ менән таҡтаға ҡаҙаҡланған булған. Сабар былай тип әйтә: «Иехоханан исемле ирҙең үксә һөйәге Ғайсаның ҡәберҙә ерләнеүе хаҡындағы бәхәстәрҙе сискән. [...] Был табылдыҡ шуны иҫбатлай: Ғайса көндәрендә римдар ҡаҙаҡланған кешене ерләргә рөхсәт иткән».

Иехоханандың үксә һөйәген тикшереп, Ғайсаның тәне бағанала нисек урынлашҡаны хаҡында төрлө фараздар яһап була. Әммә шуныһы ап-асыҡ: бағанаға ҡаҙаҡланған ҡайһы бер енәйәтселәрҙе дөйөм ҡәбергә ташламағандар, ә айырым ҡәберҙә ерләгәндәр. Тимәк, Ғайсаның ҡәбергә һалып ерләнеүе тураһындағы хәбәр ышаныуыбыҙға лайыҡ.

Шулай итеп, археология Изге Яҙманың дөрөҫлөгөн дәлилләй. Әммә иң мөһим дәлил — Йәһүәнең әйткән һүҙҙәре. Алла, Ғайсаны бай кешенең ҡәберендә ерләйәсәктәр, тип пәйғәмбәрлек иткән, һәм уға үҙ һүҙен үтәргә бер нәмә лә ҡамасаулай алмай (Ишағ. 53:9; 55:11).