Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Минең терьерҙарым өсөн печенье

Минең терьерҙарым өсөн печенье

БЫЛ хәл Америкала Орегон штатында йәшәгән Ник исемле кеше менән булған. Бына ул нимә тип яҙған: «Минең ике бәләкәй терьерым бар. 2014 йылдың яҙында мин улар менән саф һауала ҡаланың үҙәгендә йөрөй башланым. Беҙ унда йыш ҡына Йәһүә шаһиттарын осрата торғайныҡ. Улар күсмә стенд менән вәғәзләй ине. Мин уларҙың һәр ваҡытта ла бөхтә һәм матур кейенгәненә, шулай уҡ барыһын да йылмайып йылы ҡаршы алғанына иғтибар иттем!

Әйтергә кәрәк, улар үҙҙәрен кешеләр менән генә түгел, ә эттәр менән дә яғымлы тота. Бер тапҡыр Элейн исемле йәш ҡатын (ул Йәһүә шаһиты) минең эттәремә печенье бирҙе. Был һыйлау уларға бик оҡшаны! Шул районда йөрөгән саҡта эттәрем һәр ваҡытта ла печенье булған күсмә стенд янына тартыла ине.

Бер нисә ай шулай булды. Теге стенд янында минең эттәрем тәмлекәстәр менән һыйланды, ә мин Йәһүә шаһиттары менән аралаштым. Шулай ҙа мин үҙемде уларҙан йырағыраҡ тоторға тырыштым. Мин инде 80 йәшкә етеп киләм һәм Йәһүә шаһиттарының нимәгә ышанғанын яҡшы белмәйем. Элек мин хәҡиҡәтте протестанттар сиркәүендә эҙләнем, тик таба алманым. Шуға күрә Изге Яҙманы мин үҙем өйрәнергә булдым.

Шул ваҡыттарҙа ҡаланың башҡа райондарында ла Йәһүә шаһиттарының стенд менән торғанына иғтибар иттем. Улар ҙа бик яғымлы кешеләр ине. Ниндәй генә һорау бирһәң дә, улар Изге Яҙма ярҙамында яуап ҡайтара. Был мине ҡыҙыҡһындырҙы, һәм мин уларға ҙур ышаныс менән ҡарай башланым.

Бер тапҡыр Элейн миңә: „Ризалашырһығыҙ, хайуандар — Алланың бүләге!“ — тине. Мин: „Эйе, әлбиттә!“ — тинем. Шул саҡ ул миңә Ишағыя 11:6—9-ҙы уҡыны. Ул тәҡдим иткән журналды алмаһам да, эсемдә йылы булып китте.

Шунан һуң беҙ Элейн һәм уның ире Брент менән тағы бер нисә тапҡыр ҡыҫҡа ғына һөйләшеп алдыҡ. Был һөйләшеүҙәр минең өсөн мөһим ине. Мәсихсе булыу үҙ эсенә нимә ала икәнен аңлар өсөн, улар миңә Инжилдең беренсе биш китабын уҡып сығырға тәҡдим итте. Мин шулай эшләнем дә. Тиҙҙән Брент һәм Элейн минең менән Изге Яҙма өйрәнеүен башланы. Был 2016 йылдың йәй көнөндә булды.

Мин, аҙна һайын Изге Яҙма өйрәнеүен һәм Батшалыҡ залында йыйылыш осрашыуҙарын, бәләкәй бала кеүек түҙемһеҙлек менән көтә инем. Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте белеү минең өсөн бәхет һәм Алланан бирелгән бүләк ине. Яҡынса бер йылдан һуң мин һыуға сумдырылдым һәм Йәһүә шаһиты булып киттем. Мин хәҙер, 79 йәшемдә, дөрөҫ юлда торғаныма ышанам. Йәһүә, үҙенең ғаиләһенә ҡабул итеп, миңә ҙур хөрмәт күрһәтте».