Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Улар үҙҙәрен хеҙмәткә теләп бағышлаған. Мьянма

Улар үҙҙәрен хеҙмәткә теләп бағышлаған. Мьянма

«УРА торған ашлыҡ күп, ә ураҡсылар аҙ. Шуға күрә ашлыҡтың Хужаһына ялбарығыҙ: Үҙенең уңышын урып алырға эшселәр ебәрһен» (Лука 10:2). Ғайса Мәсих был һүҙҙәрҙе 2 000 йыл тирәһе элек әйтһә лә, улар Мьянмалағы бөгөнгө хәлде яҡшы тасуирлай. Ни өсөн? Мьянмала 55 миллион кешегә яҡынса 4 200 вәғәзсе тура килә.

Әммә «ашлыҡтың Хужаһы» Йәһүә, төрлө илдәрҙә йәшәгән йөҙәрләгән ҡәрҙәштең йөрәгенә тәьҫир итеп, уларҙы көньяҡ-көнсығыш Азияла урынлашҡан был илгә күсергә һәм рухи ураҡ урыуҙа ярҙам итергә дәртләндергән. Был ҡәрҙәштәрҙе тыуған яҡтарын ҡалдырып китергә нимә этәргән? Уларға күсенергә нимә ярҙам иткән? Улар ниндәй фатихалар урған? Әйҙәгеҙ, быны беләйек.

«КИЛЕГЕҘ, БЕҘГӘ КҮБЕРӘК ПИОНЕРҘАР КӘРӘК!»

Бер нисә йыл элек Япониянан Кадзухиро исемле пионер эпилепсия өйәнәге арҡаһында иҫен юғалтҡан, һәм уны дауаханаға һалғандар. Табип уға ике йыл машина йөрөтмәҫкә ҡушҡан. Кадзухиро шаҡ ҡатҡан. «Нисек мин иң яратҡан эшемдә — пионер хеҙмәтендә артабан ҡатнаша алырмын?» — тип уйланған ул. Ул, Йәһүәнән пионер хеҙмәтен дауам итер өсөн берәй ысул табырға ярҙам итеүен һорап, ҡайнар доға ҡылған.

Кадзухиро менән Мари

Кадзухиро былай тип бүлешә: «Бер айҙан һуң Мьянмала хеҙмәт иткән дуҫым, ауыр хәлгә эләгеүем хаҡында ишетеп, миңә шылтыратты ла былай тине: „Мьянмала кешеләр ғәҙәттә автобус менән йөрөй. Бында күсеп килһәң, хеҙмәтеңде машинаһыҙ ҙа дауам итә алырһың!“ Мин табиптан, минең хәлдә Мьянмаға күсеп буламы, тип һораным. Табиптың яуабы мине бик ғәжәпләндерҙе. Ул былай тине: „Мьянманан эпилепсия ауырыуы буйынса бер табип әле генә Японияға килде. Мин һине уның менән таныштырырмын. Тағы эпилепсия өйәнәге кисерһәң, ул һинең хаҡта хәстәрлек күрер“. Мин табиптың һүҙҙәрен Йәһүәнең яуабы итеп ҡабул иттем».

Кадзухиро шунда уҡ, ҡатыны Мари менән Мьянмала пионер булып хеҙмәт итергә теләк белдереп, ундағы филиалға электрон хат ебәргән. Биш кенә көн үтеүгә филиалдан: «Килегеҙ, беҙгә күберәк пионерҙар кәрәк!» — тигән яуап килгән. Кадзухиро һәм уның ҡатыны машиналарын һатҡан да, виза юллап, самолетҡа билет һатып алған. Бөгөн улар Мандалай ҡалаһында ишаралар телен ҡулланған төркөмдә шатланып хеҙмәт итә. Кадзухиро былай ти: «Был хәлдән һуң Алланың Зәбур 37:5-тәге: „Юлыңды Йәһүәгә тапшыр. Уға өмөт бағла, һәм ул һинең хаҡҡа эш итер“, — тигән вәғәҙәһенә ышанысым нығыны».

ЙӘҺҮӘ ЮЛ АСА

2014 йылда Мьянмалағы Йәһүә шаһиттары, үҙҙәрендә махсус конгресс үткәнгә, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеү хөрмәтенә эйә булған. Был конгресҡа сит илдәрҙән күп ҡәрҙәштәр килгән. Уларҙың береһе, Ҡушма Штаттарҙан килгән Моник исемле 34 йәшлек апай-ҡәрҙәш, былай ти: «Конгрестан ҡайтҡас, доғала Йәһүәнән, миңә артабан тормошомда ниндәй аҙым яһарға кәрәк, тип һораным. Шулай уҡ атай-әсәйем менән рухи маҡсаттарым тураһында һөйләштем. Беҙ өсөбөҙ ҙә, миңә Мьянмаға күсергә кәрәк, тигән һығымтаға килдек. Ләкин ундай аҙым яһар өсөн бер ни тиклем ваҡыт һәм күп доғалар талап ителде». Ни өсөн?

Моник менән Ли

Моник былай тип аңлата: «Ғайса Мәсих үҙенең шәкерттәрен һәр ҡайһы эштең „күпмегә төшәсәген“ хисапларға өндәгән. Шуға күрә мин үҙ-үҙемә бындай һорауҙар бирҙем: унда күсенеү хәлемдән киләме? Мин унда, эшкә күп ваҡыт сарыф итмәйенсә, үҙемде тәьмин итә алырмынмы?» Моник былай тип таный: «Мин ер шарының икенсе яғына күсергә аҡсам етерлек түгел икәнен тиҙ аңланым». Улайһа, ул нисек күсә алған? (Лука 14:28).

Моник былай тип һөйләй: «Бер көндө эш биреүсем мине үҙенә саҡыртты. Мине эштән сығаралар, тип уйлап бик тулҡынландым. Әммә ул, киреһенсә, мине яҡшы эшләгәнем өсөн маҡтаны. Ул миңә премия бирергә теләүе хаҡында әйтте, ә был премия тап бурыстарымды ҡапларлыҡ күләмдә ине!»

Моник 2014 йылдың декабренән алып Мьянмала хеҙмәт итә. Ул вәғәзселәргә ихтыяж булған ерҙә хеҙмәт итеүен нисек тасуирлай? «Бында булыуыма шул тиклем шатмын! — ти ул. — Мин өс кеше менән Изге Яҙманы өйрәнәм. Уларҙың береһенә 67 йәш. Ул мине һәр ваҡыт йылмайып һәм ҡосаҡлап ҡаршы ала. Алланың исеме Йәһүә икәнен белгәс, уның күҙҙәре йәшләнде. Ул былай тине: „Алланың исеме Йәһүә икәнен ғүмеремдә беренсе тапҡыр ишетәм. Минән күпкә йәшерәк булһағыҙ ҙа, һеҙ мине иң мөһим нәмәгә өйрәттегеҙ“. Әйтеп тораһы ла юҡ, үҙемдең күҙемдән дә йәштәр килеп сыҡты. Ошоға оҡшаш осраҡтар миңә хеҙмәттән һәм тормоштан тәрән ҡәнәғәтлек алырға ярҙам итә». Күптән түгел Моник Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбендә уҡып сыҡҡан.

Ҡайһы бер ҡәрҙәштәрҙе был илгә күсергә Мьянмаға арналған 2013 йылғы «Йыллыҡ баҫма» дәртләндергән. Ли исемле 30 йәштәрҙәге апай-ҡәрҙәш инде Көньяҡ-Көнсығыш Азияла йәшәгән булған. Ул тулы көн эшләгән, әммә «Йыллыҡ баҫма» уны Мьянмала хеҙмәт итеү тураһында уйланырға дәртләндергән. «2014 йылда Янгонда махсус конгреста булғанда, мин Мьянмаға күсеп, ҡытай телендә һөйләшкән кешеләргә вәғәзләгән бер пар менән таныштым. Мин дә ҡытай телендә һөйләшәм, шунлыҡтан, Мьянмалағы ҡытай төркөмөнә ярҙам итер өсөн, шунда күсергә булдым. Мин Моникка ҡушылдым, һәм беҙ Мандалайға киттек. Йәһүә беҙҙе фатихаланы, һәм беҙ икебеҙ ҙә бер үк мәктәпкә ярты көнлөк эшкә урынлаштыҡ һәм мәктәп янында йәшәр урын таптыҡ. Эҫелеккә һәм ҡайһы бер ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, мин бында хеҙмәт итеүҙән ҙур шатлыҡ алам. Мьянмала кешеләр бик ябай йәшәй, улар шундай ихтирамлы, шулай уҡ һөйөнөслө хәбәрҙе тыңлар өсөн ваҡыт бүлергә әҙер. Йәһүәнең эште тиҙләтеүен күреү бик рухландырғыс! Йәһүәнең минең бында булыуымды теләүенә тамсы ла шикләнмәйем».

ЙӘҺҮӘ ДОҒАЛАРҘЫ ИШЕТӘ

Вәғәзселәргә ихтыяж булған ерҙәргә күскән күп ҡәрҙәштәр доғаның ниндәй көскә эйә булыуын күргән. 35 йәштәрҙәге Дзюмпей менән ҡатыны Наоның миҫалын ҡарап сығайыҡ. Улар Японияла ишаралар телен ҡулланған йыйылышта хеҙмәт иткән. Ни өсөн улар Мьянмаға күскән? Дзюмпей былай ти: «Сит илдә хеҙмәт итеү беҙҙең хыялыбыҙ ине. Японияла беҙҙең менән бер йыйылышта булған ағай-ҡәрҙәш Мьянмаға күсенде. Йыйған аҡсабыҙ әллә ни күп булмаһа ла, 2010 йылдың майында беҙ ҙә шунда күстек. Мьянмалағы ҡәрҙәштәр беҙҙе йылы ҡабул итте!» Был парға яңы территорияла вәғәзләү оҡшаймы? Дзюмпей былай тип бүлешә: «Бик күп кеше хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһына. Беҙ ишаралар телендә видеояҙмалар күрһәткәндә, һаңғырау кешеләр бик ғәжәпләнә. Беҙ бында күсеп Йәһүәгә хеҙмәт итеүебеҙгә сикһеҙ шатбыҙ!»

Нао менән Дзюмпей

Дзюмпей менән Нао аҡсаға бәйле мәсьәләне нисек хәл иткән? «Өс йылдан һуң аҡсабыҙҙың күп өлөшө бөттө, һәм киләһе йылға йорт өсөн түләргә аҡсабыҙ етмәй ине. Беҙ ҡатыным менән күп доға ҡылдыҡ. Көтөлмәгәндә филиалдан хат килде, беҙгә ваҡытлыса махсус пионерҙар булып хеҙмәт итергә тәҡдим иттеләр! Беҙ Йәһүәгә таяндыҡ һәм уның беҙҙе ташламағанын күрҙек. Ул беҙҙең хаҡта төрлөсә ҡайғырта». Күптән түгел Дзюмпей менән Нао Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбендә уҡып сыҡҡан.

ЙӘҺҮӘ КҮПТӘРҘЕ ДӘРТЛӘНДЕРӘ

Тыумышы менән Италиянан булған Симоне исемле 45 йәштәрҙәге ағай-ҡәрҙәште һәм уның Яңы Зеландиянан булған Анна исемле 35 йәштәрҙәге ҡатынын Мьянмаға күсергә нимә дәртләндергән? «Мьянмаға арналған 2013 йылғы „Йыллыҡ баҫма“», — тип яуаплай Анна. Ә Симоне былай ти: «Мьянмала булыу — ҙур хөрмәт. Бында тормош күпкә ябайыраҡ булғанға, мин Йәһүәнең эшенә күберәк ваҡыт бүлә алам. Вәғәзселәргә ихтыяж булған ерҙә хеҙмәт итеп, Йәһүәнең беҙҙең хаҡта ҡайғыртыуын күреү иҫ киткес!» (Зәб. 121:5). Анна былай тип бүлешә: «Мин элеккегә ҡарағанда күпкә бәхетлерәк. Беҙ ябай тормош алып барабыҙ. Мин ирем менән күберәк ваҡыт үткәрәм, һәм беҙ бер-беребеҙгә тағы ла яҡыныраҡ булып киттек. Беҙ шулай уҡ яҡшы дуҫтар таптыҡ. Бында йәшәгән кешеләр Йәһүә шаһиттарына ҡарата тиҫкәре мөнәсәбәттә түгел, һәм шул тиклем күп кеше хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһына!»

Симоне менән Анна

Анна тағы былай ти: «Бер көндө мин магазинда бер студент ҡыҙға вәғәзләнем, һәм беҙ уның менән тағы осрашырға һөйләштек. Киләһе тапҡыр осрашҡанда, ул үҙенең әхирәте менән килде. Ә аҙаҡ ул үҙе менән бер нисә ҡыҙҙы эйәртеп килтерҙе. Шунан тағы бер нисә ҡыҙ уға ҡушылып килде. Хәҙер мин уларҙың бишеһе менән өйрәнеү үткәрәм». Ә Симоне былай ти: «Бында кешеләр асыҡ күңелле һәм ҡыҙыҡһыныусан. Күптәр хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһына. Уларҙың барыһы хаҡында ҡайғыртыр өсөн хатта ваҡытыбыҙ етмәй».

Сатио менән Мидзухо

Мьянмаға күсер өсөн, ниндәй ғәмәли аҙымдар яһарға кәрәк? Япониянан Мидзухо былай ти: «Беҙ ирем Сатио менән һәр ваҡыт вәғәзселәр кәрәк булған берәй илдә хеҙмәт итергә теләнек, ләкин ҡайҙа күсергә белмәнек. Мьянмаға арналған 2013 йылғы „Йыллыҡ баҫманы“ уҡығас, унда тасуирланған осраҡтар йөрәгебеҙгә үтеп инде, һәм беҙ, Мьянмала хеҙмәт итә алабыҙмы, юҡмы икәне тураһында уйлана башланыҡ». Сатио былай тип өҫтәй: «Беҙ бер аҙнаға Янгонға барып ҡарап ҡайтырға булдыҡ. Был ҡыҫҡа ғына сәйәхәт беҙҙе күсергә кәрәк икәненә инандырҙы».

ҺЕҘ САҠЫРЫУҒА НИСЕК ЯУАП БИРЕРҺЕГЕҘ?

Джейн, Даника, Родни һәм Джордан

50 йәштәрҙәге Родни менән ҡатыны Джейн, улдары Джордан һәм ҡыҙҙары Даника Австралияла йәшәгән. Мьянмала вәғәзселәр әҙ булғанға, улар 2010 йылда шул илгә күскән. Родни былай ти: «Бындағы кешеләрҙең рухи яҡтан ас булыуы беҙгә бик ныҡ тәьҫир итте. Мин башҡа ғаиләләргә лә Мьянмаға оҡшаш ерҙә хеҙмәт итергә кәңәш итер инем». Ни өсөн? «Был күсенеү ғаиләбеҙҙең рухилығына баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе! Күп йәштәр телефон, машина, эш һәм башҡа шундай нәмәләр менән ныҡ мауыҡҡан. Беҙҙең балалар иһә, хеҙмәттә ҡатнашыр өсөн, яңы һүҙҙәр ятлау менән мәшғүл. Улар Изге Яҙмалағы хәбәр хаҡында ишетмәгән кешеләр менән фекер алышырға өйрәнә, урындағы йыйылыштың телендә комментарийҙар бирергә тырыша һәм башҡа күп мауыҡтырғыс рухи эштәрҙә ҡатнаша».

Оливер менән Анна

Ҡушма Штаттарҙан Оливер исемле 35 йәштәрҙәге ағай-ҡәрҙәш, башҡаларға ла шундай хеҙмәттә ҡатнашырға кәңәш итеп, былай ти: «Уңайлы шарттарҙы ҡалдырып Йәһүәгә башҡа ерҙә хеҙмәт итеү миңә күп фатихалар килтерҙе. Өйөмдән йыраҡҡа китеү үҙ-үҙемә ышанысымды үҫтерҙе һәм теләһә ниндәй шарттарҙа ла Йәһүәгә таянырға өйрәтте. Мин бығаса үҙемә таныш булмаған ҡәрҙәштәр менән хеҙмәт итәм, сөнки иманыбыҙ беҙҙе берләштерә. Был Алла ойошмаһында ғына мөмкин». Бөгөн Оливер ҡатыны Анна менән ҡытай территорияһында ашҡынып хеҙмәт итеүен дауам итә.

Трейзел

Австралиянан Трейзел исемле 50 йәштәрҙәге апай-ҡәрҙәш Мьянмала 2004 йылдан алып хеҙмәт итә. Ул былай ти: «Шарттары ҡамасауламаған ҡәрҙәштәргә ихтыяж булған ерҙә хеҙмәт итергә кәңәш итәм. Мин үҙ тәжрибәмдә шуға инандым: хеҙмәт итергә әҙер булһаң, Йәһүә тырышлыҡтарыңды фатихалаясаҡ. Әлеге кеүек тормош алып барырмын, тип бер ҙә уйламаған инем. Мин шундай ҙур фатихалар һәм тәрән ҡәнәғәтлек килтергән тормош тураһында хыялланмағайным да!»

Мьянмаға күскән ҡәрҙәштәрҙең ысын йөрәктән әйткән һүҙҙәре һеҙҙе лә вәғәзләнмәгән ерҙәрҙә эскерһеҙ кешеләргә ярҙам итеү тураһында уйланырға дәртләндерһен. Мьянмала хеҙмәт иткән ҡәрҙәштәр: «Зинһар, Мьянмаға күс һәм беҙгә ярҙам ит!» — тип үтенә.