Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Алла мөхәббәте тормошоғоҙҙо үҙгәрәтә ала

Алла мөхәббәте тормошоғоҙҙо үҙгәрәтә ала

Алла беҙҙе иҫ киткес һәләт менән барлыҡҡа килтергән: беҙҙең тәнебеҙ үҙенән-үҙе һауыға ала. Бер медицина сығанағы буйынса, яңылыш берәй еребеҙ ҡырҡылһа, бәрелһә йә сәнселһә, шунда уҡ «бәләкәй йә ҙур йәрәхәттәрҙе төҙәлтер өсөн организмда ҡатлаулы процесс башлана» («Johns Hopkins Medicine»). Организм шунда уҡ ҡан ағымын туҡтатыуға, яраны уңалтыуға һәм тән туҡымаларын төҙәтеүгә бөтә ресурстарын туплай.

УЙЛАП ҠАРАҒЫҘ: әгәр Алла беҙҙең организмды физик яраларҙы төҙәлтә алырлыҡ итеп булдырған икән, эмоциональ яраларҙан да төҙәлергә беҙгә ярҙам итмәҫме ни? Мәҙхиә йырлаусы Алла тураһында былай тигән: «Китек күңеллеләрҙе ул һауыҡтыра, уларҙың яраларын бәйләй» (Зәбур 147:3). Йөрәгегеҙ түҙә алмай әрнеһә йә эмоциональ яҡтан борсолһағыҙ, Йәһүә Алланың һеҙҙең күңел ярағыҙҙы төҙәтә алырына шикләнмәгеҙ. Быға ниндәй нигеҙҙәр бар?

ИЗГЕ ЯҘМАНАН АЛЛА МӨХӘББӘТЕ ХАҠЫНДА НИМӘ БЕЛӘБЕҘ?

Алла бындай вәғәҙә бирә: «Ҡурҡма, сөнки мин һинең менән. Борсолма, сөнки мин һинең Аллаң. Мин һине нығытырмын, эйе, мин һиңә ярҙам итермен» (Ишағыя 41:10). Йәһүә үҙебеҙҙе ярата икәнен иҫтә тотҡанда, йән тыныслығы һиҙәбеҙ һәм ауырлыҡтар менән көрәшергә көс табабыҙ. Илсе Павел бындай тойғоно «һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге» тип атаған. Ул шулай уҡ: «Саманан тыш ҙур ҡөҙрәттең беҙҙеке түгел, ә Алланыҡы икәне күрһәтелә», — тигән (Филиптарға 4:4—7, 9; 2 Коринфтарға 4:7).

Изге Яҙма Йәһүәнең киләсәгебеҙгә ҡағылышлы вәғәҙәһенә ышанырға ярҙам итә. Мәҫәлән, Асылыш 21: 4, 5-тә уның нимә эшләргә йыйыныуы һәм беҙҙең ни өсөн быға шикләнмәүебеҙ хаҡында яҙылған.

  • «Алла уларҙың [кешеләрҙең] күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк». Йәһүә бар ғазаптарҙы һәм борсолоуҙарҙы, хатта улар ситтән ҡарағанда бәләкәй генә булып күренһә лә, бөтөрәсәк.

  • «Тәхеттә Ултырыусы» Ҡөҙрәтле Батша үҙ хакимлығын ғазаптарҙы юҡ итер өсөн һәм беҙгә тейешле ярҙам күрһәтер өсөн ҡулланасаҡ.

  • Йәһүә үҙ вәғәҙәләренең «ышаныслы һәм хаҡ» булыуына инандыра. Ул ысын Алла һәм үҙ вәғәҙәләрен үтәмәһә, ул инде хаҡ Алла тип атала алмаҫ ине.

«„Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ, сөнки элеккеләр үтте инде“. Тәхеттә Ултырыусы былай тине: „Бына, Мин бар нәмәне лә яңы итеп яһайым“. Шунан миңә өндәште: „Яҙып ҡуй, сөнки был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ“» (Асылыш 21:4, 5).

Тирә-яҡтағы тәбиғәт һәм Изге Яҙма күктәге Атабыҙҙың сифаттарын аса. Әммә тәбиғәт Алланың беҙҙең менән дуҫлашырға теләүен күрһәтә генә, Изге Яҙма иһә: «Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр», — тип асыҡтан-асыҡ саҡыра (Яҡуб 4:8). Инжилдә: «[Алла] беҙҙең беребеҙҙән дә йыраҡ түгел», — тиелә (Ғәмәлдәр 17:27).

Йәһүә тураһында күберәк белгән һайын, уның «һеҙҙең хаҡта ҡайғырта» икәненә нығыраҡ инана барырһығыҙ (1 Петр 5:7). Ундай көслө ышаныс тормошоғоҙҙо нисек үҙгәртә ала?

Японияла йәшәгән Тору менән ошондай хәл булған. Әсәһе уны хәҡиҡәттә тәрбиәләгән булһа ла, ул япон мафияһы якудзаға ылығып киткән. Ул былай тип һөйләй: «Мин, Алла мине нәфрәт итә, һәм таныштарымдың, айырыуса яҡындарымдың үлеүе минең гонаһтарым өсөн Алла ебәргән яза, тип һанай инем». Рәхимһеҙ кешеләр араһында булыу сәбәпле ул ҡаты күңелле һәм шәфҡәтһеҙ кешегә әйләнгән. Шул саҡтағы хыялы тураһында ул былай тип иҫенә төшөрә: «Мин дәрәжәле генә берәй кешене үлтереп, шул арҡала исемемде барыһына ла билдәле итергә һәм йәш кенә килеш үлергә теләй инем».

Әммә үҙенең ҡатыны Ханна менән Изге Яҙманы өйрәнә башлағас, Торуҙың тормошҡа ҡарашы һәм йәшәү рәүеше тамырынан үҙгәргән. «Минең ирем күҙгә күренеп үҙгәрҙе!» — тип хәтерләй Ханна. Хәҙер инде Тору ныҡлы ышаныс менән былай ти: «Күктә ысындан да Алла бар, һәм ул һәр беребеҙҙе ярата. Ул кешеләрҙең үлеүен теләмәй, һәм тәүбәгә килгәндәрҙең барыһын да кисерә. Уға башҡа бер кем дә аңлай алмаған эске серҙәреңде һөйләргә була. Тиҙҙән Йәһүә бөтә проблемаларҙы һәм бәлә-ҡазаларҙы юҡҡа сығарасаҡ. Ул хатта әле үк көтөлмәгән ысулдар менән беҙгә ярҙам итә. Бойоҡҡан сағыбыҙҙа ул беҙгә бигерәк тә яҡын» (Зәбур 136:23).

Торуҙың миҫалы ап-асыҡ шуны күрһәтә: Алланың ҡайғы-хәсрәттәребеҙҙе, күҙ йәштәребеҙҙе тиҙҙән бөтөрәсәген белеү киләсәккә өмөт биреп кенә ҡалмай, инде бөгөн беҙҙе күпкә бәхетлерәк итә. Күренеүенсә, хатта ошо ғазаптар тулы донъяла ла Алла мөхәббәте тормошобоҙҙо яҡшы яҡҡа үҙгәртә ала.