Төп мәғлүмәткә күсеү

Улар үтеп китмәгән

Улар үтеп китмәгән

Был хәл Канаданың Альберта провинцияһында булған. Һыуыҡ, буранлы көндә Боб сәғәтенә 100 саҡрым тиҙлек менән барғанда, микроавтобусының артҡы бер тәгәрмәсе тишелгән. Боб быны шунда уҡ аңламаған, шуға күрә юлын дауам иткән, сөнки өйөнә тиклем биш саҡрым ғына ҡалған булған.

Йәһүә шаһиттарының урындағы Батшалыҡ залына ебәргән хатында ул артабан нимә булғанын яҙған: «Янымда барған машинала өс егет һәм ике ҡыҙ китеп бара ине. Улар машина тәҙрәһен төшөрҙө лә миңә тәгәрмәсемдең тишелгәне тураһында әйтте. Беҙ туҡтаныҡ, һәм улар тәгәрмәсемде алмаштырырға тәҡдим итте. Ә мин микроавтобусымда запас тәгәрмәс менән домкрат бармы икәнен белмәй инем дә. Мин юл ситендә инвалид креслоһында ултырҙым, ә улар, микроавтобус аҫтына кереп, унан тәгәрмәс менән домкрат тапты ла алмаштырып ҡуйҙы. Ул көндө бик һыуыҡ булды, буран ыжғыра ине. Улар, матур итеп кейенгән булһалар ҙа, барыһын эшләп бирҙеләр. Һәм мин өйгә ҡайтып киттем. Мин быны үҙем эшләй алмаҫ инем.

Мин шул биш Йәһүә шаһитына бик рәхмәтлемен. Улар өйҙән-өйгә йөрөп үҙ имандары хаҡында вәғәзләр өсөн юлға сыҡҡан булғандар. Тимәк, уларҙың эштәре һүҙҙәренә тура килә. Улар булмаһа, мин унда оҙаҡ ултырыр инем. Шундай афариндар! Шул көндө юлда биш фәрештәне осратырмын, тип кем уйлаған?!»