Төп мәғлүмәткә күсеү

Беҙҙең хаттарҙың файҙаһы бар!

Беҙҙең хаттарҙың файҙаһы бар!

 Брук — Йәһүә шаһиты, һәм ул Ҡушма Штаттарҙа йәшәй. COVID-19 пандемияһы ваҡытында ул хаттар ярҙамында вәғәзләгән. Аҙна һайын күп хаттар яҙып, уларҙы кешеләргә ебәргән. Әммә йыл ярым шулай хеҙмәт иткәндән һуң, ҡатын-ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ өмөтһөҙлөккә бирелеп киткән, сөнки уға бер генә кеше яуап биргән, уныһы ла башҡа уға яҙмаҫҡа ҡушҡан. Брук бик күңелһеҙләнгән һәм, уның хаттары файҙаһыҙ, тип уйлай башлаған.

 Бер ни ҡәҙәр ваҡыт үткәс, банкта эшләүсе Ким исемле ҡатын-ҡыҙ ҡәрҙәш Брукка бер клиент менән булған әңгәмә тураһында һөйләгән. Ул бер Йәһүә шаһитынан ҡулдан яҙылған хат алыуы хаҡында әйткән. Бының Брук яҙған хат булыуы асыҡланған. Бер аҙнанан һуң теге кеше тағы банкка килгән һәм Йәһүә шаһиттарының ул ваҡытта видеоконференция аша үткәрелгән осрашыуҙарына килергә теләк белдергән.

 Күп тә үтмәҫтән Дэвид исемле ир ҡәрҙәш Брукка үҙе менән эшләгән бер ир тураһында һөйләгән. Ул да Бруктың хатын алған, һәм уға хаттың ҡулдан яҙылған булыуы ныҡ тәьҫир иткән. Ул: «Күберәк кеше бер-береһенә шундай иғтибар күрһәтһә ине», — тигән. Дэвид коллегаһын Изге Яҙмала яҙылған ҡайһы бер фекерҙәр менән таныштырған һәм уға берәй баҫма килтерергә тәҡдим иткән. Теге ир шатланып ризалашҡан.

 Йәһүә шаһиттары үҙҙәре хеҙмәттә сәскән орлоҡтарҙың ҡасан үҫеп сығырын белмәй (Вәғәзсе 11:5, 6). Был осраҡтар тураһында ишеткәс, Бруктың күңеле күтәрелгән, һәм хеҙмәтенең файҙалы булыуына шиктәре таралған (1 Коринфтарға 3:6).