Төп мәғлүмәткә күсеү

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШТО ҮҘГӘРТӘ

«Енәйәтсел тормош һәм аҡса яратыу миңә күп ғазаптар килтерҙе»

«Енәйәтсел тормош һәм аҡса яратыу миңә күп ғазаптар килтерҙе»
  • Тыуған йылы: 1974

  • Тыуған иле: Албания

  • Ҡыҫҡаса мәғлүмәт: урлашҡан, наркотиктар һатҡан, төрмәлә ултырған

ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ

 Мин Албанияның башҡалаһы Тиранала ярлы ғаиләлә тыуҙым. Минең атайым намыҫлы кеше булды. Ул ғаиләһен тәьмин итер өсөн бик күп эшләне. Әммә беҙ саҡ осто-осҡа ялғап йәшәнек. Бала сағымда ярлылыҡты бик ауыр ҡабул иттем. Мин ялан аяҡ һәм аслы-туҡлы йөрөп үҫтем.

 Мин бик иртә урлаша башланым. Сөнки шулай ғаиләмә ярҙам итә алырмын тип уйланым. Һөҙөмтәлә мин полиция ҡулына эләктем. Шуға күрә 1988 йылда (миңә 14 йәш ине) атайым мине ауыр холоҡло үҫмерҙәр мәктәбенә ебәрҙе. Мин унда ике йыл уҡыным һәм сварщик һөнәренә өйрәндем. Мәктәпте тамамлағандан һуң мин намыҫлы тормош алып барырға ҡарар иттем, ләкин бер нисек тә эш таба алманым. Ул ваҡытта сәйәси тотороҡһоҙлоҡ арҡаһында Албанияла эшһеҙлек артҡайны. Мин бирештем һәм элекке дуҫтарым менән тағы урлаша башланым. Ахыр сиктә беҙ полиция ҡулына эләктек һәм беҙҙе өс йылға төрмәгә ултырттылар.

 Төрмәнән сыҡҡас та мин енәйәтсел тормошомдо дауам иттем. Албанияның иҡтисады емерелде һәм илдә хаос хөкөм һөрҙө. Ул ауыр ваҡыттарҙа мин, законға ҡаршы килгән эштәр менән шөғөлләнеп, байыным. Бер тапҡыр мин дуҫтарым менән бергә, ҡорал ҡулланып, талауҙа ҡатнаштым. Ике дуҫымды ҡулға алдылар, ә мин оҙаҡҡа төрмәгә ултыртыуҙарынан ҡурҡып, икенсе илгә ҡастым. Ул ваҡытта мин Юлиндаға өйләнгән инем һәм беҙҙең бәләкәй улыбыҙ бар ине.

 Беҙ Англияла төпләндек. Мин тағы ла яңы тормош башларға ҡарар иттем, әммә тәрән тамырланған алама ғәҙәттәремә кире ҡайттым. Тиҙҙән мин наркотиктар һата башланым. Минең ҡулым аша бик ҙур аҡсалар үтте.

 Минең яңы шөғөлөмә Юлинда нисек ҡарай ине? Был турала ул үҙе һөйләһен: «Мин Албанияла үҫтем. Шуға ла ярлылыҡтан ҡотолорға бик теләй инем. Тормошомдо яҡшыртыр өсөн мин барыһына ла риза булдым. Минең өсөн иң мөһиме аҡса ине. Шуға күрә хатта Артандың енәйәт ҡылыуына ла ҡаршы булманым. Ул алдаймы, урлаймы, наркотиктар һатамы, миңә барыбер ине. Аҡса килтерһә булды, тип уйлай торғайным».

«Мин... ҡаршы булманым. Ул алдаймы, урлаймы, наркотиктар һатамы, миңә барыбер ине» (Юлинда)

 Ләкин 2002 йылда тормошобоҙ ҡапыл үҙгәрҙе. Аҡса менән бәйле хыялдарыбыҙ һәм пландарыбыҙ селпәрәмә килде. Мине наркотиктарҙың ҙур партияһы менән тоттолар һәм яңынан төрмәгә ултырттылар.

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ

 Изге Яҙманың миңә тәьҫир итә башлағанын тәүҙә хатта аңламағанмын да. Юлинда Изге Яҙманы Йәһүә шаһиттары менән 2000 йылда өйрәнә башлағайны. Рухи темаларға һөйләшеү мине бер ҙә ҡыҙыҡһындырманы, миңә был күңелһеҙ шөғөл булып күренде. Ә Юлиндаға Изге Яҙманы өйрәнеү бик оҡшай ине. Ҡатыным үҙе былай тип һөйләй: «Мин дини ғаиләлә үҫтем һәм Изге Яҙмаға хөрмәт менән ҡарай инем. Уның нимәгә өйрәткәнен һәр ваҡыт белгем килде. Йәһүә шаһиттары менән өйрәнеү миңә ҙур шатлыҡ килтерҙе. Изге Яҙмалағы күп хәҡиҡәттәр миңә бик оҡшаны. Белгәндәрем тормошомдо бер ни тиклем үҙгәртергә ярҙам итте, ләкин аҡсаға ҡарашым элекке килеш ҡалғайны. Әммә Артандың төрмәгә эләгеүе башыма күҫәк менән һуҡҡандай тәьҫир итте. Шул ваҡытта мин Изге Яҙмала аҡса хаҡында нимә әйтелгәненә ҡолаҡ һалыу бик мөһим икәнен аңланым. Беҙ аҡса артынан ҡыуҙыҡ, әммә был беҙҙе бәхетле итмәне. Мин шуны аңланым: Алланы һәр ваҡыт һәм һәр нәмәлә тыңларға кәрәк».

 2004 йылда мине төрмәнән азат иттеләр һәм мин тағы ла наркотиктар һатыу менән шөғөлләнеп ҡараным. Тик быға Юлинданың ҡарашы ҡырҡа үҙгәргән ине. Уның һүҙҙәре мине уйланырға дәртләндерҙе. Ул миңә былай тине: «Артан, миңә һинең аҡсаң башҡа кәрәкмәй. Мин иремдең кире ҡайтыуын һәм балаларымдың атаһы уларҙың эргәләрендә булыуын теләйем». Был һүҙҙәр мине шаҡ ҡатырҙы, әммә ул хаҡ ине. Бер нисә йыл мин ғаиләм менән бергә була алманым. Шулай уҡ алдап аҡса эшләйем тип, үҙемә күпме бәлә килтергәнем хаҡында уйландым. Мин үҙгәрергә һәм элекке дуҫтарым менән аралашыуҙы өҙөргә ҡарар иттем.

 Ике улым һәм ҡатыным менән бергә Йәһүә шаһиттарының осрашыуына барыу, минең тормошомда киҫкен боролош булды. Ундағы кешеләрҙең эскерһеҙлеге һәм дуҫтарса мөнәсәбәте мине таң ҡалдырҙы. Ахыр сиктә мин Изге Яҙманы өйрәнергә ризалаштым.

Элек мин, аҡсабыҙ күберәк булһа, бәхетлерәк булырбыҙ, тип уйлай инем

 Изге Яҙманан мин «бөтөн яуызлыҡтың башы — аҡсаға табыныу» һәм ҡайһы берәүҙәр «үҙҙәрен күп михнәттәргә дусар» иткәнен белдем (1 Тимофейға 6:9, 10). Кемгә-кемгә, ә миңә был бик аңлайышлы ине! Мин хаталар эшләгәнемә һәм үҙемде лә, ғаиләмде лә күп ауырлыҡтарға дусар иткәнемә бик ныҡ үкендем (Галаттарға 6:7). Йәһүәнең һәм уның улы Ғайса Мәсихтең кешеләрҙе ни тиклем ныҡ яратҡандарын белгәс, мин үҙгәрә башланым. Мин үҙем тураһында әҙерәк, ә башҡалар хаҡында күберәк уйлау мөһим икәнен аңланым һәм ғаиләм менән күберәк ваҡыт үткәрә башланым.

ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ

 Изге Яҙмалағы бер аят миңә ныҡ тәьҫир итте: «Байлыҡҡа нәфселе булмағыҙ, бары менән ҡәнәғәт йәшәгеҙ» (Еврейҙарға 13:5). Хәҙер минең намыҫым таҙа һәм күңелем тыныс. Изге Яҙмалағы нормалар буйынса йәшәп, мин элек кисермәгән шатлыҡ кисерәм. Юлинда менән мөнәсәбәттәребеҙ күпкә яҡшырҙы һәм улдарыбыҙ менән бәйләнештәр ҙә нығынды.

 Элек мин, аҡсабыҙ күберәк булһа, бәхетлерәк булырбыҙ, тип уйлай инем. Әммә күҙҙәремдән пәрҙә төшкәндәй булды. Хәҙер мин енәйәтсел тормош һәм аҡса яратыу бик күп михнәттәр һәм күңел әрнеүе килтергәнен аңланым. Хәҙер беҙ бай түгел, ләкин беҙҙә күпкә мөһимерәк нәмә бар — Йәһүә Алла менән дуҫлығыбыҙ. Ҡатыным һәм балаларыбыҙ менән Йәһүәгә бергәләп ғибәҙәт ҡылыу беҙгә ысын бәхет килтерә!

Мин ғаиләм менән Йәһүә шаһиттарының конгресында