Төп мәғлүмәткә күсеү

Ни өсөн Йәһүә шаһиттары үҙ динен тотҡан кешеләргә килеп йөрөйҙәр?

Ни өсөн Йәһүә шаһиттары үҙ динен тотҡан кешеләргә килеп йөрөйҙәр?

 Беҙ күп кенә динле кешеләрҙең Изге Яҙмалар тураһында һөйләшергә шат булыуҙарын күрҙек. Әлбиттә, һәр бер кешенең үҙ ҡарашында торорға хоҡуғы бар, һәм беҙ был хоҡуҡты хөрмәт итеп, уларға үҙ ҡарашыбыҙҙы таҡмайбыҙ.

 Изге Яҙмаларҙағы кәңәште тотоп, беҙ дини темалар тураһында «йыуашлыҡ һәм тәрән хөрмәт менән» һөйләшергә тырышабыҙ (1 Петер 3:15). Ҡайһы бер кешеләр беҙ һөйләгән хәбәрҙе ҡабул итмәҫкә мөмкин (Маттай 10:14). Әммә кешеләр менән һөйләшеп алмайынса, уларҙың хәбәребеҙгә ҡолаҡ һалырҙармы-юкмы икәнлеген белеп булмай. Бынан тыш, күптәрҙең шарттары ла үҙгәреп тора.

 Мәҫәлән, кешенең берәй көндө беҙҙең менән һөйләшергә ваҡыты булмаҫтыр ҙа, ләкин башҡа ваҡытта ул һөйләшергә шат булыр ине. Кешеләр яңы проблемалар менән осраша, төрлө хәлдәргә юлыға, һәм был уларҙы Изге Яҙмалар менән яҡыныраҡ танышырға дәртләндерә ала. Шуға күрә беҙ уларға ҡабат килеп китергә тырышабыҙ.