Төп мәғлүмәткә күсеү

Йәһүә шаһиттары Изге Яҙманы үҙҙәренең ҡараштарына тура килтереп үҙгәртәме?

Йәһүә шаһиттары Изге Яҙманы үҙҙәренең ҡараштарына тура килтереп үҙгәртәме?

 Юҡ. Киреһенсә, ҡайһы бер ҡараштарыбыҙҙың Изге Яҙмаға тура килмәүен аңлау менән, беҙ ҡараштарыбыҙҙы үҙгәртергә тырышабыҙ.

 1950 йылда «Изге Яҙма. Яңы донъя тәржемәһе» баҫтырыла башланы. Ләкин быға тиклем тиҫтәләгән йылдар элегерәк тә беҙ Изге Яҙманы ентекләп тикшерә инек һәм, бөтә булған тәржемәләрҙе ҡулланып, үҙебеҙҙең ҡараштарыбыҙҙы уларға нигеҙләй инек. Йәһүә шаһиттары инде күптән тотҡан ҡайһы бер тәғлимәттәрҙе ҡарап сығып, һеҙ был тәғлимәттәр Изге Яҙмаға тура киләме, юҡмы икәнен үҙегеҙ ҡарар итерһегеҙ.

  1.   Ышаныуыбыҙ: Алла Троица түгел. Журналдарыбыҙҙың береһендә былай тип әйтелгәйне: «Беҙ Йәһүәгә лә, Ғайсаға ла һәм изге Рухҡа ла ышанабыҙ. Ләкин өс Алла бер шәхестә, йәғни ҡайһы берәүҙәрҙең әйтеүенсә, өс йөҙө булған бер Алла, тигән тәғлимәтте беҙ кире ҡағабыҙ, сөнки был тәғлимәт бөтөнләй Изге Яҙмаға нигеҙләнмәгән» («Сион күҙәтеү манараһы» (ингл.), 1882 йыл, июль).

      Изге Яҙмала нимә әйтелә: «Эй израилдәр, тыңлағыҙ! Раббы Аллабыҙ — берҙән бер Раббы» (Ҡанун 6:4, «Тәүрат» (тат.), Изге Китапты тәржемә итеү институты). «Аллабыҙ берәү генә — беҙҙең Атабыҙ. Бөтөн нәмә — Унан, Ул беҙҙең йәшәйешебеҙҙең маҡсаты. Раббыбыҙ ҙа берәү — Ғайса Мәсих, бөтөн нәмә Уның аша булдырылды һәм беҙ Уның аша йәшәйбеҙ» (1 Коринфтарға 8:6, «Инжил», Изге Яҙманы тәржемә итеү институты). Ғайса үҙе: «Минең Атам Минән бөйөгөрәк», — тигән (Яхъя 14:28, «Яхъя тәғбир иткән Инжел», Изге Китапты тәржемә итеү институты).

  2.   Ышаныуыбыҙ: кеше тамуҡта ғазапланмай. Шул уҡ журналыбыҙҙың Римдарға 6:23-кә нигеҙләнеп «Гонаһ әжере — үлем» тип аталған һанында былай тип әйтелгәйне: «Ни тиклем аңлайышлы һәм ябай был һүҙҙәр! Ләкин Изге Яҙманы Алланың Һүҙе тип таныған күп кенә кеше был һүҙҙәрҙе кире ҡаға. Уларҙың ышаныуынса, гонаһ өсөн яза — мәңгелек ғазап. Хатта, быға Изге Яҙма өйрәтә, тип раҫлай улар» («Сион күҙәтеү манараһы» (ингл.),1882 йыл, июнь).

      Изге Яҙмала нимә әйтелә: «Кем гонаһ ҡылһа, шул үлер» (Йәзәкил 18:4, 20, «Смысловой перевод», Стамбул). Аллаға ҡаршы сығыусылар өсөн һуңғы яза мәңгелек ғазап түгел, ә «мәңгелек һәләкәт» буласаҡ (2 Фессалоникаларға 1:9, «Инжил», Изге Яҙманы тәржемә итеү институты).

  3.   Ышаныуыбыҙ: Алла Батшалығы кешенең күңел торошо түгел, ул — реаль хөкүмәт. Бер журналыбыҙҙа Алла Батшалығы тураһында былай тиелгәйне: «Был Батшалыҡтың урынлаштырылыуы, һис шикһеҙ, ерҙәге бөтә батшалыҡтарҙың юҡ ителеүен аңлатасаҡ» («Сион күҙәтеү манараһы» (ингл.), 1881 йыл, декабрь).

      Изге Яҙмала нимә әйтелә: «Шул Батшалар көндәрендә күктәге Алла һис бөтмәҫ һәм башҡа халыҡҡа бирелмәҫ батшалыҡ урынлаштырасаҡ. Ул барлыҡ был батшалыҡтарҙы емерәсәк һәм уларҙы юҡ итәсәк, ә үҙе мәңге торасаҡ» (Данил 2:44, «Смысловой перевод», Стамбул).

Йәһүә шаһиттары бары тик «Изге Яҙма. Яңы донъя тәржемәһе»н генә ҡулланамы?

 Юҡ. Вәғәз эшебеҙҙә беҙ Изге Яҙманың төрлө тәржемәләрен ҡулланабыҙ. Беҙ кешеләргә «Яңы донъя тәржемәһе»н бушлай тәҡдим итһәк тә, улар менән Изге Яҙма өйрәнеүҙәрен башҡа тәржемәләр буйынса ла теләп үткәрәбеҙ.