Төп мәғлүмәткә күсеү

Ни өсөн Йәһүә шаһиттары Аллаға ғибәҙәт ҡылғанда тәре ҡулланмай?

Ни өсөн Йәһүә шаһиттары Аллаға ғибәҙәт ҡылғанда тәре ҡулланмай?

 Күп кешеләр тәрене христиан диненең символы тип һанай. Ләкин Йәһүә шаһиттары Аллаға ғибәҙәт ҡылғанда тәре ҡулланмай. Ни өсөн?

 Беренсенән, Изге Яҙмала яҙылғанса, Ғайса Мәсих тәрелә түгел, ә ябай ғына бер бағанала үлгән. Икенсенән, Изге Яҙмала: «Үҙегеҙҙе боттарҙан һаҡлағыҙ», — тигән ҡәтғи әмер бирелә, тимәк, ғибәҙәт ҡылыуҙа тәре ҡулланырға ярамай (1 Коринфтарға 10:14; 1 Яхъя 5:21, ЯДТ).

 Шулай уҡ Ғайса пәйғәмбәр былай тип әйткән: «Бер-берегеҙҙе яратыуығыҙҙан барыһы ла һеҙҙең минең шәкерттәрем булыуығыҙҙы белер» (Яхъя 13:34, 35). Был һүҙҙәр менән ул ысын мәсихселәрҙе тәре йә башҡа берәй әйбер түгел, ә фиҙаҡәр яратыу айырып торорға тейешлеген күрһәткән.