Төп мәғлүмәткә күсеү

Йәһүә шаһиттары сионистармы?

Йәһүә шаһиттары сионистармы?

 Юҡ. Йәһүә шаһиттары — үҙ тәғлимәттәрен Изге Яҙмаларға нигеҙләгән мәсихселәр. Ҡайһы бер диндәр йәһүдтәрҙең Палестинаға кире ҡайтыуҙары Изге Яҙмаларҙағы пәйғәмбәрлек менән бәйле тип өйрәтһә лә, Йәһүә шаһиттары быға ышанмай. Улар был сәйәси үҙгәрештәр тураһында Изге Яҙмаларҙа алдан әйтелгән тигән ҡарашты ла яҡламай. Изге Яҙмалар бер ниндәй кеше хөкүмәте яҡлы түгел һәм һис ниндәй халыҡты йә этник төркөмдө башҡаларынан өҫтөн ҡуймай. Йәһүә шаһиттарының рәсми журналы «Күҙәтеү манараһы»нда ап-асыҡ былай тип яҙылған ине: «Сәйәси сионизм Изге Яҙмаларға нигеҙләнмәгән».

 Бер энциклопедияла әйтелгәнсә, сионизм — «Палестинала еврей халҡының милли дәүләтен барлыҡҡа килтереү һәм уға ярҙам итеү маҡсаты менән ойошторолған еврейҙарҙың милләтселек хәрәкәте» («Encyclopædia Britannica»). Сионизм дин менән дә, сәйәсәт менән дә бәйле. Йәһүә шаһиттары сионизмды дини тәғлимәт булараҡ та, сәйәси хәрәкәт булараҡ та хупламай.

 Йәһүә шаһиттары ойошмаһы — дини ойошма. Улар бер ниндәй ҙә сәйәси хәрәкәттең, шул иҫәптән сионизмдың да яҡлылары түгел. Йәһүә шаһиттарының сәйәси эштәрҙә нейтраль булыуҙары тарихтан асыҡ билдәле. Ҡайһы бер илдәрҙә улар нейтраль булып ҡалыр өсөн ауыр һынауҙарға дусар булған. Беҙ Алланың күктәге Батшалығы ғына ерҙә ысын тыныслыҡ урынлаштырасаҡ икәнлегенә инанғанбыҙ. Башҡа бер ниндәй хөкүмәт тә, хәрәкәт тә быны башҡара алмай.

 Йәһүә шаһиттары ҡайҙа ғына йәшәһә лә, хөкүмәт закондарына буйһона. Улар дәүләткә ҡаршы фетнә күтәрмәй һәм һуғыштарҙа ҡатнашмай.