Төп мәғлүмәткә күсеү

Йәһүә шаһиттары Америка сектаһымы?

Йәһүә шаһиттары Америка сектаһымы?

 Йәһүә шаһиттырының баш идаралығы Америка Ҡушма Штаттарында урынлашҡан. Шулай ҙа беҙ Америка сектаһы түгел. Быға бер нисә сәбәп бар:

  •   Мәғәнәһе буйынса, секта — хакимлыҡ иткән диндән айырылып сыҡҡан дини төркөм. Йәһүә шаһиттары бер ниндәй ҙә дини ойошманан айырылып сыҡмаған. Киреһенсә, беҙ, беренсе быуаттағы мәсихселәр динен яңынан торғоҙҙоҡ, тип һанайбыҙ.

  •   Йәһүә шаһиттары үҙ эшмәкәрлеген 230-ҙан артыҡ ил һәм территорияла башҡара. Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, беҙ АҠШ хөкүмәтенә йә бүтән кеше хөкүмәтенә түгел, ә Йәһүә Аллаға һәм Ғайса Мәсихкә тоғро булырға ынтылабыҙ (Яхъя 15:19; 17:15, 16).

  •   Бөтә тәғлимәттәребеҙ Ҡушма Штаттарҙағы берәй етәксенең һүҙҙәренә түгел, ә Изге Яҙмаға нигеҙләнгән (1 Фессалоникаларға 2:13).

  •   Беҙ берәй кешегә түгел, ә Ғайса Мәсихкә эйәрәбеҙ (Матфей 23:8—10).