Төп мәғлүмәткә күсеү

Ни өсөн Йәһүә шаһиттары һуғыштарҙа ҡатнашмай?

Ни өсөн Йәһүә шаһиттары һуғыштарҙа ҡатнашмай?

 Йәһүә шаһиттары аҫта килтерелгән сәбәптәр арҡаһында һуғыштарҙа ҡатнашмай:

  1.   Улар Аллаға буйһона. Изге Яҙмала Алла хеҙмәтселәре тураһында былай тиелә: «улар ҡылыстарынан — төрәндәр, һөңгөләренән баҡса бысаҡтары яһар... башҡа һуғышырға өйрәнмәҫ» (Ишағыя 2:4).

  2.   Улар Ғайса пәйғәмбәргә тыңлаусан. Ғайса пәйғәмбәр илсе Петрға: «Ҡылысыңды ҡынына тығып ҡуй! Ҡылыс алған һәр кем ҡылыстан һәләк булыр!» — тип әйткән (Матфей 26:52). Шулай итеп Ғайса үҙ шәкерттәренең һуғыш ҡоралдарын ҡулдарына алмаясағын күрһәткән.

     Ғайса үҙенең шәкерттәренә, һеҙ «донъяныҡы түгел», тип әйткән (Яхъя 17:16). Шуға күрә уның шәкерттәре сәйәси һорауҙарҙа нейтралитет һаҡлай. Улар һуғыш хәрәкәттәренә һәм әрмелә хеҙмәт итергә теләүселәргә ҡаршылыҡ күрһәтмәй.

  3.   Улар кешеләрҙе ярата. Ғайса үҙ шәкерттәренә, «бер-берегеҙҙе яратығыҙ», тип әйткән (Яхъя 13:34, 35). Шулай итеп улар бөтә донъя ҡәрҙәшлек булып йәшәргә һәм бер-береһенә ҡаршы һуғышмаҫҡа тейеш (1 Яхъя 3:10—12).

  4.   Улар беренсе мәсихселәрҙең үрнәгенә эйәрә. Бер энциклопедияла яҙылғанса, «Ғайсаның беренсе шәкерттәре һуғышта һәм хәрби хеҙмәттә ҡатнашыуҙан баш тартҡан». Сөнки улар шуны аңлаған: һуғышта ҡатнашыу «Ғайсаның, дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, тигән әмеренә ҡаршы килә» («Encyclopedia of Religion and War»). Немец теологы Петер Майнхольд Ғайсаның беренсе шәкерттәре тураһында былай тигән: «Кеше бер юлы мәсихсе лә, һалдат та була алмай тип һаналған».

Йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыуыбыҙ.

 Йәһүә шаһиттары йәмғиәткә файҙа килтерә һәм үҙ илдәренең именлегенә ҡурҡыныс тыуҙырмай. Беҙ хөкүмәттәрҙе хөрмәт итәбеҙ, сөнки Изге Яҙмала бындай әмерҙәр яҙылған:

  •   «Һәр кем хакимлыҡ иткән етәкселәргә буйһонһон» (Римдарға 13:1).

  •   «Ҡайсарҙыҡын — ҡайсарға, ә Алланыҡын Аллаға бирегеҙ» (Матфей 22:21).

 Шулай итеп, беҙ закондарға буйһонабыҙ, һалым түләйбеҙ һәм йәмғиәт мәнфәғәтенә хөкүмәт менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ.