Төп мәғлүмәткә күсеү

Ғайса Мәсихтең тышҡы ҡиәфәте хаҡында беҙгә нимә билдәле?

Ғайса Мәсихтең тышҡы ҡиәфәте хаҡында беҙгә нимә билдәле?

Изге Яҙманан яуап

 Изге Яҙмала Ғайсаның тышҡы ҡиәфәте һүрәтләнмәй, шуға күрә был хаҡта бер кем дә теүәл генә әйтә алмай. Бынан Ғайсаның буй-һыны, төҫ-башы әллә ни әһәмиәтле түгел тигән һығымта яһарға була. Шулай ҙа Изге Яҙманан Ғайсаның ҡиәфәте тураһында бер аҙ белергә була.

  •   Йөҙ һыҙаттары. Ғайса йәһүд булған, шунлыҡтан уға, моғайын, әсәһенән семиттарға хас үҙенсәлектәр күскән (Еврейҙарға 7:14). Күрәһең, уның тышҡы ҡиәфәте күҙгә ташланып тормаған. Бер ваҡыт ул «Үҙенә иғтибар йәлеп итмәйенсә, йәшерен рәүештә» Галилеянан Иерусалимға килгән (Яхъя 7:10, 11). Ул хатта үҙенең яҡын шәкерттәренән дә айырылып тормағандыр. Иҫкә төшөрәйек, ҡоралланған кешеләр төркөмө Ғайсаны ҡулға алырға килгәндә, улар уны таный алһын өсөн, Йәһүҙә Искариотҡа уны үбергә тура килгән (Матфей 26:47—49).

  •   Сәсе. Ғайсаның сәсе, күрәһең, оҙон булмаған, сөнки Инжилдә: «Ир кешенең оҙон сәс йөрөтөүе уның өсөн хурлыҡ», — тиелә (1 Коринфтарға 11:14).

  •   Һаҡалы. Ғайса һаҡал йөрөткән. Ул йәһүдтәрҙең, «һаҡалыңдың ситтәрен йәмһеҙләмә», тип әйтелгән ҡануны буйынса эш иткән (Левиттар 19:27; Галаттарға 4:4). Шулай уҡ Изге Яҙманың пәйғәмбәрлегендә Ғайсаның ғазаптары тураһында һүҙ барғанда, уның һаҡалы иҫкә алына (Ишағыя 50:6).

  •   Буй-һыны. Ғайса ныҡ кеше булған. Хеҙмәт иткәндә, ул йәйәүләп күп саҡрымдар үткән (Матфей 9:35). Ике тапҡыр ул йәһүд ғибәҙәтханаһында аҡса алмаштырыусыларҙың өҫтәлдәрен ауҙарып ташлап, уларҙы ҡыуып сығарған. Ә бер саҡ, бауҙан сыбыртҡы ишеп алып, ғибәҙәтхананан улар һатҡан малды ҡыуып сығарған (Лука 19:45, 46; Яхъя 2:14, 15). Бер энциклопедияла былай тиелә: «Инжилдең хикәйәләүенә ярашлы, [Ғайса] мыҡты кәүҙәле һау-сәләмәт кеше булған» («McClintock and Strong’s Cyclopedia», IV том, 884 б.)

  •   Йөҙө. Ғайса яғымлы һәм ҡыҙғаныусан кеше булған, һәм был сифаттар, һис шикһеҙ, уның йөҙөндә сағылған (Матфей 11:28, 29). Төрлө кешеләр уға килеп, йыуаныс һәм ярҙам тапҡан (Лука 5:12, 13; 7:37, 38). Хатта балалар ҙа уның янында үҙен иркен тотҡан (Матфей 19:13—15; Марк 9:35—37).

Ғайсаның тышҡы ҡиәфәте тураһындағы яңылыш ҡараштар

 Яңылыш ҡараш. Ҡайһы берәүҙәр, Ғайса сығышы менән Африканан булған, тип уйлай, сөнки Асылыш китабында уның сәсе — йөн менән, ә аяҡтары «мейестә ҡыҙҙырылған ялтырап торған бронза» менән сағыштырыла (Асылыш 1:14, 15).

 Факт. Асылыш китабында «төрлө символдар» ҡулланылған (Асылыш 1:1, ЯДТ). Ғайсаның сәсе һәм аяҡтарының символик тел менән һүрәтләнеүе уның ерҙә йәшәгәндәге тышҡы ҡиәфәтенә түгел, ә терелгәндән һуңғы сифаттарына ҡағыла. Асылыш 1:14-тәге «уның башындағы сәстәре хәс тә аҡ йөн, аҡ ҡар» тигән һүҙҙәрҙә төҫкә түгел, ә структураға баҫым яһала. Аҡ төҫтәге, йәғни сал сәс Ғайсаның оҙаҡ йәшәп, зирәклек йыйғанын һүрәтләй (Асылыш 3:14). Был аятта Ғайса сәстәренең структураһы тураһында һүҙ бармай, сөнки улар йөн менән генә түгел, ә ҡар менән дә сағыштырыла.

 Ғайсаның аяҡтары «мейестә ҡыҙҙырылған ялтырап торған бронза» менән сағыштырылған (Асылыш 1:15). Уның йөҙө лә «бар ҡөҙрәтендә балҡып торған ҡояштай» булған (Асылыш 1:16). Бер ниндәй милләт кешеһенең дә йөҙө ундай төҫтә була алмай, тимәк, был — символик күренеш, ул «яҡын бара алмаҫлыҡ яҡтылыҡта торған» терелтелгән Ғайсаға ҡағыла (1 Тимофейға 6:16).

 Яңылыш ҡараш. Ғайса көсһөҙ һәм сибек булған.

 Факт. Ғайса үҙен ысын ирҙәрсә тотҡан. Мәҫәлән, ҡоралланған кеше төркөмө уны ҡулға алырға йыйынғанда, ул үҙе улар алдына сыҡҡан (Яхъя 18:4—8). Балта оҫтаһы булараҡ, ҡул көсө талап иткән ҡоралдар менән эш итеүе лә уның көслө кеше булғанын күрһәтә (Марк 6:3).

 Улайһа, ни өсөн Ғайсаға яфаланыу бағанаһын күтәрер өсөн ярҙам кәрәк булған? Һәм ни өсөн ул үҙе менән бер үк ваҡытта ҡаҙаҡланған кешеләрҙән алдараҡ үлгән? (Лука 23:26; Яхъя 19:31—33). Сөнки үлтерер алдынан уны ҡаты язалағандар. Ул төнө буйы йоҡламаған, шулай уҡ ул «күңеле ғазапланғанлыҡтан» да хәлһеҙләнгән (Лука 22:42—44). Етмәһә, төнөн йәһүдтәр уны мәсхәрәләгән, ә иртән римдар язалаған (Матфей 26:67, 68; Яхъя 19:1—3). Быларҙың барыһы ла, күрәһең, Ғайсаның үлемен тиҙләткән.

 Яңылыш ҡараш. Ғайса бойоҡ һәм ҡараңғы сырайлы кеше булған.

 Факт. Ғайса үҙенең Атаһы Йәһүәнең сифаттарын камил рәүештә сағылдырған, ә Йәһүә Инжилдә «бәхетле Алла» тип атала (1 Тимофейға 1:11, ЯДТ; Яхъя 14:9). Ғайса башҡаларҙы ла бәхетле булырға өйрәткән (Матфей 5:3—9; Лука 11:28). Был факттарға нигеҙләнеп, Ғайсаның йөҙөндә йыш ҡына бәхет сағылған, тип әйтеп була.