Төп мәғлүмәткә күсеү

Изге Яҙмала эвтаназия тураһында нимә әйтелә?

Изге Яҙмала эвтаназия тураһында нимә әйтелә?

Изге Яҙманан яуап

 Изге Яҙмала эвтаназия тураһында конкрет ҡына бер нәмә лә әйтелмәй a. Ләкин шул китаптан алған йәшәү һәм үлем тураһындағы белемдәр был һорауға дөрөҫ ҡарарға ярҙам итә. Бер кемдең дә ғүмерен өҙөргә ярамай, ләкин беҙҙән, үлем түшәгендә ятҡан кешенең ғүмерен оҙайтырға тырышып, аҡылһыҙ эштәр ҡылыу талап ителмәй.

 Изге Яҙма буйынса, Алла — беҙҙең Барлыҡҡа килтереүсе, «йәшәү шишмәһе» унда (Зәбур 36:9; Ғәмәлдәр 17:28). Уның күҙлегенән тормош бик ҡәҙерле. Шуға күрә Алла кеше ғүмерен өҙөүҙе лә, үҙеңә ҡул һалыуҙы ла хөкөм итә (Сығыш 20:13; 1 Яхъя 3:15). Өҫтәүенә, Изге Яҙманан күренеүенсә, беҙгә үҙебеҙҙең ғүмерҙе һәм яҡындарыбыҙҙың ғүмерен һаҡлар өсөн аҡыллы саралар күрергә кәрәк (Ҡанун 22:8). Алланың йәшәү бүләген ҡәҙерләүебеҙҙе теләгәне ап-асыҡ.

Кешенең ауырыуы дауалап булмаҫлыҡ булһа?

 Изге Яҙма хатта ҡотолғоһоҙ үлем янаған кешенең ғүмерен өҙөүҙе лә аҡламай. Израиль батшаһы Шаул менән булған осраҡ быға яҡшы миҫал. Һуғышта үлемесле яра алғас, ул ҡорал йөрөтөүсеһенән үҙен үлтереүен һораған (1 Самуил 31:3, 4). Тегеһе быны эшләүҙән баш тартҡан. Ләкин һуңыраҡ башҡа берәү Дауытҡа, йәнәһе, Шаулдың үтенесен ҡәнәғәтләндереп, уны үлтергәне хаҡында әйткән. Шул саҡта йәшәүгә Алла кеүек ҡараған Дауыт башҡа кешенең ҡанын түккәне өсөн ул әҙәмде үлтерергә ҡушҡан (2 Самуил 1:6—16).

Ғүмерҙе оҙайтыр өсөн теләһә ниндәй саралар күреү аҡыллымы?

 Әгәр ҙә үлем ҡотолғоһоҙ булһа, Изге Яҙма беҙҙән уны кисектереүҙе талап итмәй. Ләкин ул бер сиктән икенсе сиккә һуғылмаҫҡа кәңәш итә. Үлем — беҙҙең дошман, гонаһлы булыуыбыҙҙың эҙемтәһе (Римдарға 5:12; 1 Коринфтарға 15:26). Берәүҙең дә үлгеһе килмәй, шулай ҙа үлемдән ҡурҡырға ла кәрәкмәй, сөнки Алла үлгәндәрҙе терелтергә вәғәҙә бирә (Яхъя 6:39, 40). Йәшәүҙе ҡәҙерләгән кеше мөмкин булғанса иң яҡшы дауалау табырға тырышасаҡ. Шулай ҙа был үлем түшәгендә ятҡан кешенең ғүмерен аҙға ғына оҙайта торған медицина процедураларын ҡулланырға кәрәк тигәнде аңлатмай.

Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу кисермәҫлек гонаһмы?

 Юҡ, Изге Яҙмала улай тип әйтелмәй. Үҙен үлтергән кеше етди гонаһ b ҡылһа ла, Алла ниндәй факторҙар уны үҙен үлтерергә этәргәнен яҡшы аңлай. Мәҫәлән, был психик ауырыу, ныҡ көслө стресс һәм хатта нәҫелдән күскән бирешеүсәнлек булырға мөмкин (Зәбур 103:13, 14). Алла шундай кешеләрҙе Изге Яҙма аша йыуата. Бынан тыш, унда, «тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа үленән тереләсәк», тип әйтелә (Ғәмәлдәр 24:15). Күренеүенсә, етди гонаһ ҡылған кешеләрҙең, мәҫәлән, үҙ-үҙенә ҡул һалғандарҙың терелергә өмөттәре бар.

a Эвтаназия — ул «ғазаптарын туҡтатыу маҡсаты менән белә тороп үлемде тиҙләтеү йәки дауалап булмаҫлыҡ сир менән ауырыусының ғүмерен өҙөү» («Рәсәй энциклопедик һүҙлеге»). Пациентҡа үлергә табип ярҙам итһә, был ассистентлыҡ ителгән суицид тип атала.

b Изге Яҙмала үҙ-үҙеңә ҡул һалыуҙың бер нисә осрағы иҫкә алына. Быны һәр осраҡта ла Алла ихтыяры буйынса эш итмәгән кешеләр эшләгән (2 Самуил 17:23; 1 Батшалар 16:18; Матфей 27:3—5).