Төп мәғлүмәткә күсеү

Алла тереклектең төрлө формаларын эволюция ярҙамында барлыҡҡа килтергәнме?

Алла тереклектең төрлө формаларын эволюция ярҙамында барлыҡҡа килтергәнме?

Изге Яҙманан яуап

 Юҡ. Изге Яҙмала, Алла кешене, шулай уҡ хайуандар һәм үҫемлектәрҙе «төрҙәренә ҡарап» яратты, тип ап-асыҡ әйтелгән a (Башланмыш 1:12, 21, 25, 27, ЯДТ; Асылыш 4:11). Изге Яҙмаға ярашлы, бар кешеләр ҙә — Әҙәм менән Һауаның, йәғни иң тәүге ир һәм ҡатындың тоҡомо (Башланмыш 3:20; 4:1). Барлыҡҡа килтереү хаҡында Изге Яҙмала бәйән ителгән хәбәр тереклектең төрлө формаларын Алла эволюция ярҙамында яратҡан тигән теорияны хупламай (был теорияны ҡайһы саҡта теистик эволюция тип атайҙар). Шул уҡ ваҡытта Изге Яҙмалағы мәғлүмәт бер үк төргә ҡараған йән эйәләренең бер-береһенән айырылып тороуы мөмкин тигән фәнни фактҡа ҡаршы килмәй b.

 Ниндәй теориялар бар?

 Теистик эволюция теорияһы яҡлылар йәшәүҙең нисек барлыҡҡа килгәнен төрлөсә аңлата. «Британия энциклопедияһында» әйтелгәнсә, был теорияға ярашлы, «донъялағы тереклекте барлыҡҡа килтергән саҡта Алла тәбиғи һайланыш менән идара иткән».

 Теистик эволюция концепцияһы үҙ эсенә шулай уҡ түбәндәге фекерҙәрҙе алырға мөмкин:

  •   Бөтә тере организмдар ҙа бер үк башланғыстан барлыҡҡа килгән.

  •   Бер биологик төр бөтөнләй икенсегә әйләнергә мөмкин (ундай үҙгәрештәрҙе ҡайһы ваҡытта макроэволюция тип атайҙар).

  •   Эволюция процестары менән Алла идара итә.

 Теистик эволюция теорияһы Изге Яҙмаға тура киләме?

 Теистик эволюция теорияһы буйынса, барлыҡҡа килтереү тураһында Башланмышта яҙылғандар теүәл түгел. Әммә Ғайса унда яҙылғандарға ышаныслы факт булараҡ таянған (Башланмыш 1:26, 27; 2:18—24; Матфей 19:4—6). Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Ғайса бит ергә килгәнгә тиклем күктә йәшәгән һәм бөтә нәмәне лә барлыҡҡа килтереүҙә Аллаға ярҙам иткән (Яхъя 1:3). Шуға ла Алла тереклектең төрлө төрҙәрен эволюция ярҙамында булдырған тигән теория Изге Яҙма тәғлимәтенә тура килмәй.

 Үҫемлектәр һәм хайуандарҙың яңы төрҙәренең барлыҡҡа килеүе эволюция файҙаһына дәлил түгелме?

 Бер төр эсендә ниндәй үҙгәрештәр булырға мөмкин? Был хаҡта Изге Яҙмала әйтелмәгән. Әммә унда төр-ара аталаныу йәиһә тирә-яҡ шарттар тәьҫире арҡаһында үҫемлек йә хайуандарҙың яңы төрҙәре килеп сығыу мөмкинлеге инҡар ителмәй. Ҡайһы берәүҙәр шундай үҙгәрештәрҙе эволюция тип атай, әммә был дөрөҫ түгел. Төр-ара аталаныу йә тирә-яҡ шарттарҙың тәьҫире һөҙөмтәһендә тереклектең яңы формалары килеп сыҡмай бит.

a Тәүратта ҡулланылған «төр» тигән һүҙ ғалимдар ҡулланған «төр» тигән һүҙҙән киңерәк мәғәнә йөрөтә. Ғалимдар, берәй яңы төр эволюция һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән, тигәндә, ысынында ул — төр эсендәге төрлөлөк миҫалы.

b Ҡайһы саҡта ундай үҙгәрештәрҙе микроэволюция тип атайҙар.