Төп мәғлүмәткә күсеү

Нимә ул йән?

Нимә ул йән?

Изге Яҙманан яуап

 Изге Яҙмала не́феш тигән еврей һүҙе һәм психе́ тигән грек һүҙе «йән» тип тәржемә ителә. Еврей һүҙе «тын ала торған зат» тигән мәғәнә йөрөтә, ә грек һүҙе «тере зат» a тигәнде аңлата. Шулай итеп, йән — ул кеше йәки хайуан үҙе, ә уның эсендә булған һәм ул үлгәндән һуң йәшәүен дауам иткән нәмә түгел. Әйҙәгеҙ, Изге Яҙманың йән — ул кеше үҙе икәнен нисек күрһәткәнен ҡарап сығайыҡ.

Әҙәмгә йән бирелмәгән, ул үҙе «тере йән» булып киткән

  •   Алла Әҙәмде барлыҡҡа килтергәс, ул «тере йән булып китте», тиелә Изге Яҙмала (Башланмыш 2:7, ЯДТ). Әҙәмгә йән бирелде, тиелмәй, ә ул тере йән булып китте, тиелә.

  •   Изге Яҙмала әйтелгәнсә, йән эшләй, асыҡҡанын тоя, ашай, хакимиәткә буйһона һәм мәйеткә ҡағыла ала (Левиттар 5:2; 7:20; 23:30; Ҡанун 12:20; Римдарға 13:1). Бының барыһын да кеше үҙе эшләй, ә уның ниндәйҙер бер «өлөшө» түгел.

Йән үлемһеҙме?

 Юҡ, йән үлергә мөмкин. Изге Яҙманың тиҫтәләгән аяты быны күрһәтә. Бына бер нисә миҫал:

  •   «Гонаһ ҡылып йөрөгән йән үләсәк» (Йәзәкил 18:4, 20).

  •   Боронғо Израилдә иң ауыр енәйәттәр өсөн бындай яза ҡаралған: «Шул йән Израилдән юҡ ител[һен]» (Сығыш 12:15, 19; Левиттар 7:20, 21, 27; 19:8). Ул кеше «үлтерелергә тейеш» булған (Сығыш 31:14).

  •   Изге Яҙмала кеше мәйете хаҡында һүҙ барған осраҡтарҙа «үле йән» тип тәржемә ителгән һүҙбәйләнеш ҡулланылған (Левиттар 21:11; Һандар 6:6). Күп кенә тәржемәләрҙә шул аяттарҙа «үле тән» йә «үлгән кеше» тип яҙһалар ҙа, иң баштағы еврей тексында «йән» тигәнде аңлатыусы не́феш һүҙе тора.

«Йән» тигән һүҙ «ғүмер» тигән мәғәнә лә йөрөтөргә мөмкин

 Изге Яҙмала ҡайһы саҡта «йән» һәм «ғүмер» тигән һүҙҙәр синоним булараҡ ҡулланыла. Мәҫәлән, Әйүп 33:22-лә еврей һүҙе не́феш «ғүмер» мәғәнәһен йөрөтә. Изге Яҙмала шулай уҡ кеше үҙ йәнен, йәғни ғүмерен, ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға йә юғалтырға мөмкин тип әйтелә (Сығыш 4:19; Хөкөмсөләр 9:17; Филиптарға 2:30).

 «Йән» тигән һүҙҙең ундай мәғәнәлә ҡулланылыуы Башланмыш 35:18-ҙе (ЯДТ) аңларға ярҙам итә. Ул аятҡа килтерелгән төшөрмәлә «йәне сығып барғанда» тигән һүҙҙәр бар. Был образлы һүҙбәйләнеш кешенең ғүмере өҙөлөүен белдерә. Изге Яҙманың ҡайһы бер тәржемәләре Башланмыш 35:18-ҙәге был һүҙбәйләнеште «һуңғы һулышында» тип бирә.

Үлемһеҙ йән хаҡындағы тәғлимәт нисек барлыҡҡа килгән?

 Христиан конфессиялары был тәғлимәтте Изге Яҙманан түгел, ә боронғо грек фәлсәфәһенән алған. «Изге Яҙма энциклопедияһында» былай тиелә: «Изге Яҙмала кеше тулайым рәүештә ҡарала. Унда серейәсәк гонаһлы тәнгә бикләнгән үлемһеҙ йән хаҡында бер ни ҙә әйтелмәй». Икенсе бер белешмәлә: «Йән хаҡындағы тәғлимәт сиркәүҙә илселәрҙән һуң грек фәлсәфәһе тәьҫирендә барлыҡҡа килгән», — тип яҙылған («Теологик энциклопедия һүҙлеге»).

 Алла үҙенең өйрәтеүҙәрен кеше фәлсәфәһе менән ҡатнаштырыуҙы хупламай. Үлемһеҙ йән хаҡындағы тәғлимәт тап шулай килеп сыҡҡан да. Изге Яҙма киҫәтә: «Һаҡ булығыҙ: һеҙҙе берәйһе... кешеләрҙең риүәйәттәренә... таянып тыуған буш һәм ялған фәлсәфә ярҙамында ҡол итмәһен» (Колосстарға 2:8).

a «The New Brown, Driver and Briggs Hebrew and English Lexicon of the Old Testament» (659 б.) һәм «Lexicon in Veteris Testamenti Libros» (627 б.) тигән һүҙлектәрҙе ҡарағыҙ. Күп тәржемәселәр не́феш һәм психе́ тигән һүҙҙәрҙе контекстҡа ярашлы «йән», «ғүмер», «кеше», «зат», «тән» һәм башҡа һүҙҙәрҙе ҡулланып тәржемә итә.