Төп мәғлүмәткә күсеү

Изге Яҙмала милләт-ара никах тураһында нимә әйтелә?

Изге Яҙмала милләт-ара никах тураһында нимә әйтелә?

Изге Яҙманан яуап

 Алла төрлө милләттән булған ир менән ҡатындың никахын хуплай, сөнки уның өсөн бар милләттәр ҙә бер тигеҙ. Изге Яҙмала: «Алланың кеше айырмауын мин хәҙер ысынлап та аңлайым... Һәр халыҡ араһында Алланы ололаусылар... Уға ҡулай», — тип әйтелә (Ғәмәлдәр 10:34, 35).

 Төрлө милләт кешеләренең тигеҙлегенә һәм милләт-ара никахҡа бәйле тағы бер нисә принципты ҡарап сығайыҡ.

Бар милләттәр ҙә бер кешенән

 Ерҙә йәшәүсе бөтә кешеләр — беренсе ир Әҙәм һәм уның ҡатыны Һауаның балалары. Изге Яҙмала Һауа «бөтә кешеләрҙең әсәһе» тип атала (Башланмыш 3:20). Шуға күрә унда Алла тураһында былай тип әйтелә: «Ул берәүҙән бар халыҡтарҙы барлыҡҡа килтерҙе» (Ғәмәлдәр 17:26). Милләттәренә ҡарамаҫтан, бөтә кешеләр — бер ҙур ғаилә. Әгәр һеҙ йәшәгән ерҙә милләт-ара нәфрәт һәм бер-береңде айырыу киң таралған булһа, нимә эшләргә?

«Кәңәш эҙләүселәргә зирәклек хас»

 Алла төрлө милләт кешеләренең никахтарына ыңғай ҡараһа ла, ҡайһы бер кешеләр быны хупламай (Ишағыя 55:8, 9). Һеҙ башҡа милләт кешеһе менән никахлашырға йыйынһағыҙ, буласаҡ тормош иптәшегеҙ менән бындай һорауҙарҙы ҡарап сығығыҙ:

  •   Туғандарығыҙ йә башҡа кешеләр баҫым яһаһа, һеҙ быны нисек хәл итерһегеҙ?

  •   Балаларығыҙға ундай никахығыҙ арҡаһында тыуған ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға нисек ярҙам итерһегеҙ?

 «Кәңәш эҙләүселәргә зирәклек хас» (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:10; 21:5). Изге Яҙмалағы ошо принцип буйынса эш итһәгеҙ, никахығыҙҙы бәхетле итә алырһығыҙ.