Төп мәғлүмәткә күсеү

«Күҙ өсөн күҙ» тигән принцип нимәне аңлата?

«Күҙ өсөн күҙ» тигән принцип нимәне аңлата?

Изге Яҙмаға нигеҙләнгән яуап

 «Күҙ өсөн күҙ» тигән принцип Алла Муса аша Израиль халҡына биргән Ҡанундың бер өлөшө булған. Уны Ғайса Мәсих тә үҙенең Тауҙағы вәғәзендә телгә алып киткән (Матфей 5:38; Сығыш 21:24, 25; Ҡанун 19:21). «Күҙ өсөн күҙ» тигән принцип буйынса, берәй енәйәт өсөн бирелгән яза уның ауырлығына тура килергә тейеш тигәнде аңлата a.

 Был принцип кешегә аңлы рәүештә зыян килтерелгән осраҡтарҙа ҡулланылған. Ҡанун боҙған кешегә яза биреү тураһында Муса ҡанунында былай тиелгән: «Һынған урын өсөн һынған урын, күҙ өсөн күҙ, теш өсөн теш; ул килтергән зыян үҙенә лә килтерелһен» (Левиттар 24:20).

 «Күҙ өсөн күҙ» тигән принцип ниндәй маҡсаттан бирелгән?

 «Күҙ өсөн күҙ» тигән принцип судһыҙ-ниһеҙ яза биреүҙе иҫкәрткән. Уның төп маҡсаты хөкөмсөләр артыҡ ҡаты ла, бик үк йомшаҡ та булмаған ғәҙел ҡарарҙар сығарырға ярҙам итеү булған.

 Был принцип шулай уҡ кешене башҡаларға аңлы рәүештә зыян эшләүҙән йәиһә яуыз ниәт ҡороуҙан тыйып торған. «Башҡалар [Алла ҡушҡанса башҡарылған хөкөм барышын күҙәтеп тороусылар] быны ишетеп ҡурҡыуға ҡалыр, һәм араңда ундай насар нәмә бүтән бер ҡасан да эшләнмәҫ», — тиелгән Муса ҡанунында (Ҡанун 19:20).

 Мәсихселәр «күҙ өсөн күҙ» тигән принцип буйынса эш итергә тейешме?

 Юҡ. Был әмер — Муса ҡанунының бер өлөшө, һәм ул Ғайсаның үлеменән һуң ғәмәлдән сығарылған (Римдарға 10:4).

 Шуға ҡарамаҫтан, «күҙ өсөн күҙ» тигән принцип Алланы яҡшыраҡ белергә ярҙам итә. Мәҫәлән, ул Алланың ғәҙел икәнен күрһәтә (Зәбур 89:14). Ул шулай уҡ, ғәйепле кешене Алланың ғәҙел нормалары буйынса «тейешле дәрәжәлә» язаға тартырға кәрәк, тип өйрәтә (Иремия 30:11).

 «Күҙ өсөн күҙ» тигән принцип хаҡында яңылыш ҡараштар

 Яңылыш ҡараш. «Күҙ өсөн күҙ» тигән принцип артыҡ рәхимһеҙлек күрһәтеү булған.

 Факт. Был принцип ғәйепле кешенән рәхимһеҙ рәүештә үс алыуға юл ҡуймаған. Ышаныслы һәм намыҫлы хөкөмсөләр, эште төрлө яҡлап ентекләп тикшереп, алдан уйлап эшләнгәнме, юҡмы икәнен белгәс кенә, яза билдәләгән (Сығыш 21:28—30; Һандар 35:22—25). Шулай итеп, «күҙ өсөн күҙ» тигән принцип сиктән тыш ҡаты яза биреүҙән һаҡлаған.

 Яңылыш ҡараш. «Күҙ өсөн күҙ» тигән принцип үс алыуҙы хуплаған.

 Факт. Муса ҡанунында: «Үс алма һәм үҙ халҡың улдарына асыу тотма», — тиелгән (Левиттар 19:18). Ҡанун үс алыуҙы хупламаған, ә кешеләрҙе Аллаға таянырға һәм уның ғәйепле кешегә яза биреү өсөн урынлаштырған хоҡуҡи системаһына ышанырға дәртләндергән (Ҡанун 32:35)

a Талион ҡануны (лат. lex talionis) булараҡ билдәле был юридик принцип башҡа боронғо халыҡтарҙың хоҡуҡи системаларында ла осрай.