Төп мәғлүмәткә күсеү

Кем тамуҡҡа эләгә?

Кем тамуҡҡа эләгә?

Изге Яҙманан яуап

 Тамуҡ (Изге Яҙма яҙылған телдәрҙәге «шеол» һәм «гадес» тигән һүҙҙәр) утта язалай торған урынды түгел, ә бары тик ҡәберҙе аңлата. Кем унда эләгә? Яҡшы кешеләр ҙә, насар кешеләр ҙә (Әйүп 14:13; Зәбур 9:17). Изге Яҙмала тамуҡ хаҡында, ул кешелектең дөйөм ҡәбере — «барыһы ла йыйыласаҡ йорт», тип әйтелә (Әйүп 30:23).

 Хатта Ғайса Мәсих тә, үлгәс, тамуҡҡа, йәғни кешелектең дөйөм ҡәберенә эләккән. Әммә Алла уны терелткән, «үлеләр донъяһында ҡалдыр[маған]» (Ғәмәлдәр 2:31, 32).

Тамуҡ мәңге булырмы?

 Ғайса, Алланың көсөн ҡулланып, тамуҡтағыларҙың барыһын да яңынан йәшәүгә ҡайтарасаҡ (Яхъя 5:28, 29; Ғәмәлдәр 24:15). Асылыш 20:13-тә киләсәктәге терелеү хаҡында былай тиелгән: «Үлем һәм үлем донъяһы ла [тамуҡ] үҙендә булған үлгәндәрҙе бирҙе». Тамуҡ буш ҡалғас, ул юҡҡа сығасаҡ, һәм унда бүтән бер кем дә эләкмәйәсәк, сөнки «үлем... башҡаса булмаясаҡ» (Асылыш 21:3, 4; 20:14).

 Әммә үлгәндәрҙең барыһы ла тамуҡҡа эләкмәй. Изге Яҙманан күренеүенсә, ҡайһы берәүҙәр яуызлыҡҡа шул тиклем батҡан, хатта тәүбә итергә һис тә теләмәй (Еврейҙарға 10:26, 27). Үлгәс, ундай кешеләр тамуҡҡа түгел, ә йәһәннәмгә эләгә. Йәһәннәм иһә мәңгелеккә юҡҡа сығыуҙы символлаштыра (Матфей 5:29, 30). Мәҫәлән, Ғайса Мәсих, үҙ замандаштары хаҡында һөйләгәндә, ике йөҙлө дини етәкселәрҙең ҡайһы берҙәре йәһәннәмгә хөкөм ителгән, тигән (Матфей 23:27—33).