Төп мәғлүмәткә күсеү

Изге Яҙмала татуировка тураһында нимә әйтелә?

Изге Яҙмала татуировка тураһында нимә әйтелә?

Изге Яҙманан яуап

 Изге Яҙмала татуировка бер генә тапҡыр иҫкә алына. Унда: «Үҙеңә татуировка яһама», — тип әйтелә (Левиттар 19:28, төшөрмә). Был әмерҙе Алла израилдәргә үҙ аллаларының символдарын һәм исемдәрен тәндәренә татуировка итеп яһаған күрше халыҡтарҙан айырылып торһондар өсөн биргән (Ҡанун 14:2). Бөгөн мәсихселәргә Израиль халҡына бирелгән ҡанунды үтәргә кәрәкмәһә лә, уның нигеҙендә ятҡан принциптар етди иғтибарға лайыҡ.

Мәсихселәргә татуировка йәки боди-арт яһарға яраймы?

 Түбәндәге аяттар һеҙгә был һорау өҫтөндә уйланырға ярҙам итер.

  •   «Ҡатындарҙың... тыйнаҡ кейене[үен]... теләйем» (1 Тимофейға 2:9). Был принцип ирҙәргә лә ҡағыла. Беҙгә башҡаларҙың хистәрен иҫәпкә алырға һәм үҙебеҙгә кәрәкмәгән иғтибар йәлеп итмәҫкә кәрәк.

  •   Ҡайһы берәүҙәр, татуировка яһап, үҙҙәрен раҫларға йәки үҙҙәренең берәүгә лә буйһонмауын иҫбат итергә ынтыла, башҡалар үҙ тәндәренә үҙҙәре хужа икәнен күрһәтергә теләй. Ләкин Изге Яҙма мәсихселәрҙе былай тип өндәй: «Үҙ тәндәрегеҙҙе тере, изге, Аллаға яраҡлы ҡорбан итеп бирегеҙ, шулай итеп һеҙ, аҡылығыҙҙы ҡулланып, уға изге хеҙмәт башҡарырһығыҙ» (Римдарға 12:1, ЯДТ). «Аҡылығыҙҙы ҡулланып», уйлап ҡарағыҙ: һеҙ ни өсөн татуировка яһарға теләйһегеҙ? Әгәр мода артынан ҡыуған өсөн йә билдәле бер төркөмгә ҡарағанығыҙҙы күрһәтергә теләгән өсөн икән, иҫегеҙҙә тотоғоҙ: татуировканан айырмалы рәүештә, һеҙҙең хистәрегеҙ үтеп китергә мөмкин. Үҙ теләктәрегеҙгә анализ яһау һеҙгә зирәк ҡарар ҡабул итергә ярҙам итер (Ғибрәтле һүҙҙәр 4:7).

  •   «Тырыш кешенең ниәттәре уңышҡа илтә, ә ашыҡ-бошоҡ эшләүсе һәр кем ярлы буласаҡ» (Ғибрәтле һүҙҙәр 21:5). Татуировка яһарға ҡарар йыш ҡына ҡабаланып ҡабул ителә, ә эҙемтәләре оҙаҡ ваҡыт һиҙелергә мөмкин. Бынан тыш, татуировканы бөтөрөү ҡиммәт тора һәм ауыртыу килтерә. Тикшеренеүҙәрҙән, шулай уҡ татуировка бөтөрөү бизнесының уңышлы булыуынан күренгәнсә, татуировка яһатҡандарҙың күбеһе һуңынан быға үкенә.