Төп мәғлүмәткә күсеү

Иблис ҡайҙа йәшәй?

Иблис ҡайҙа йәшәй?

Изге Яҙманан яуап

 Иблис — рухи зат, ул беҙгә күренмәгән рухи сферала йәшәй. Был мәҡәләләге рәсемдә Иблис яуыз кешеләрҙе яфалай торған утлы тамуҡ күрһәтелгән, имеш. Әммә был дөрөҫ түгел.

Күктәге һуғыш

 Бер ни тиклем ваҡыт Иблис Шайтан рухи сферала иркенлектә йәшәгән һәм тоғро фәрештәләр менән бергә Йәһүә алдына килә торған булған (Әйүп 1:6). Әммә Изге Яҙмала, «күктә һуғыш» буласаҡ, һәм Шайтан «ергә бәреп» төшөрөләсәк, тип алдан әйтелгән (Асылыш 12:7—9). Изге Яҙмалағы хронология һәм донъялағы ваҡиғалар был һуғыштың инде булып үткәнен күрһәтә. Шуға күрә хәҙер инде Иблистең йәшәү урыны ер тирәһе менән генә сикләнгән.

 Ә был иһә, Иблис планетабыҙҙың билдәле бер урынында йәшәй, тигәнде аңлатамы? Мәҫәлән, боронғо ҡала Пергам хаҡында, «унда Иблис тәхете тора» һәм «Иблис йәшәгән» ер тиелгән (Асылыш 2:13). Ысынында был һүҙҙәр ошо ҡалалағы халыҡтың Шайтанға һәм сихырсылыҡҡа бәйле йолаларға баштан-аяҡ сумғанын аңлатҡан, күрәһең. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Иблис «донъялағы бөтөн батшалыҡтарҙы[ң]» өҫтөнән хакимлыҡ итә. Ул ерҙең билдәле бер урынында йәшәмәй, әммә уның йәшәү урыны ер тирәһе менән сикләнгән (Лука 4:5, 6).