Төп мәғлүмәткә күсеү

Гонаһ нимә ул?

Гонаһ нимә ул?

Изге Яҙманан яуап

 Гонаһ — ул Алла нормаларына тура килмәгән һәр ҡайһы эш, хис, уй-фекер. Кеше Алла ҡанундарын боҙһа, йәғни Алла ҡарашынан дөрөҫ булмағанды эшләһә, гонаһ ҡыла (1 Яхъя 3:4; 5:17). Изге Яҙмала шулай уҡ, берәйһе дөрөҫ булғанды белеп тә уны эшләмәй икән, ул гонаһ ҡыла, тиелгән (Яҡуб 4:17).

 Изге Яҙма яҙылған телдәрҙә гонаһ тигән һүҙ «тейҙерә алмау», йәғни сәпкә яҙа атыу мәғәнәһен йөрөтә. Мәҫәлән, боронғо Израилдә ҡайһы бер ғәскәриҙәр таш атыуҙа шул тиклем оҫталыҡҡа өлгәшкән, хатта уларҙың береһе лә «тейҙермәй ҡалмай» торған булған. Ошо һүҙбәйләнеште «гонаһ ҡылмаған» тип тә тәржемә итеп була (Хөкөмсөләр 20:16). Шулай итеп, маҡсат — Алланың камил нормаларына тура килеү, ә гонаһ иһә шул маҡсатҡа ирешмәүҙе аңлата.

 Барлыҡҡа килтереүсе булараҡ, Алла кешеләр өсөн төрлө нормалар урынлаштырырға хаҡлы (Асылыш 4:11). Һәр беребеҙ уның алдында үҙ эштәребеҙ өсөн яуаплы (Римдарға 14:12).

Бөтөнләй гонаһ ҡылмай йәшәп буламы?

 Юҡ. Изге Яҙмала, «бөтөнөһө лә гонаһ ҡылып, Алла данынан мәхрүм ҡалдылар бит», тип яҙылған (Римдарға 3:23; 1 Батшалар 8:46; Вәғәзсе 7:20; 1 Яхъя 1:8). Был нисек килеп сыҡҡан һуң?

 Тәүге кешеләр, Әҙәм менән Һауа, башта гонаһһыҙ булған, сөнки уларҙы Алла үҙенә оҡшатып камил рәүештә яратҡан (Башланмыш 1:27). Әммә, Алланы тыңламағас, улар үҙ камиллығын юғалтҡан (Башланмыш 3:5, 6, 17—19). Ҡайһы бер балаға ауырыу ата-әсәнән нәҫел буйынса күскән кеүек, гонаһ һәм камилһыҙлыҡ Әҙәм менән Һауанан уларҙың бөтә тоҡомона таралған (Римдарға 5:12). Бына ни өсөн Израиль батшаһы Дауыт: «Гонаһта ғәйепле булып тыуҙым», — тигән (Зәбур 51:5).

Ҡайһы бер гонаһтар башҡа гонаһтарға ҡарағанда етдиерәк булырға мөмкинме?

 Эйе. Мәҫәлән, Изге Яҙмала боронғо Содом халҡы тураһында, улар «боҙоҡ күңелле» һәм «бик гонаһлы ине», тип әйтелгән (Башланмыш 13:13; 18:20). Гонаһтың ни дәрәжәлә ауыр икәне өс факторға бәйле, шуларҙы ҡарап китәйек.

  1.   Гонаһтың етдилеге. Изге Яҙма беҙҙе енси боҙоҡлоҡ, боттарға табыныу, урлашыу, эскелек, талау, үлтереү һәм сихырсылыҡ кеүек етди гонаһтарҙан киҫәтә (1 Коринфтарға 6:9—11; Асылыш 21:8). Әммә Изге Яҙма буйынса, был гонаһтарҙан тыш, шулай уҡ яуыз ниәтһеҙ ҡылынған гонаһтар ҙа бар, мәҫәлән, башҡаларҙы рәнйетә алған һүҙҙәр йә эштәр (Ғибрәтле һүҙҙәр 12:18; Ефестарға 4:31, 32). Әммә ул гонаһтарыбыҙҙың етдилеген кәметмәҫкә кәңәш итә, сөнки бәләкәй генә хаталар Алла нормаларынан етди тайпылыуға килтерергә мөмкин (Матфей 5:27, 28).

  2.   Этәргес ниәттәр. Ҡайһы бер гонаһтарҙы кеше Алланың талаптарын белмәү арҡаһында ҡыла (Ғәмәлдәр 17:30; 1 Тимофейға 1:13). Изге Яҙма ундай гонаһтарҙы аҡламаһа ла, ул уларҙы Алла ҡанундарын белә тороп боҙоу менән бер рәткә ҡуймай (Һандар 15:30, 31). Белә тороп ҡылынған гонаһтарҙың сығанағы — «яуыз йөрәк» (Иремия 16:12).

  3.   Ҡабат-ҡабат гонаһ ҡылыу. Изге Яҙма бер ҡат ҡылынған гонаһты оҙаҡ ваҡыт дауамында ҡат-ҡат ҡылынған гонаһҡа тиңләмәй (1 Яхъя 3:4—8). Әгәр кеше үҙ тәртибенең дөрөҫ түгел икәнен белгәндән һуң да гонаһлы эшен ташламаһа, Алла уны хөкөм итә (Еврейҙарға 10:26, 27).

 Етди гонаһ ҡылған кешеләрҙе ғәйеп хисе ғазапларға мөмкин. Дауыт батша, мәҫәлән, былай тип яҙған: «Гонаһтарым баштан ашып, өҫтөмдә тора, улар бик күп һәм минең өсөн күтәрә алмаҫлыҡ ауыр йөк шикелле» (Зәбур 38:4). Әммә Изге Яҙма ошондай өмөт бирә: «Яуыз кеше үҙ юлын, уҫал үҙ уйҙарын ҡалдырһын. Ул Йәһүәгә ҡайтһын, һәм Алла уға мәрхәмәт күрһәтер, Аллабыҙға кире килһен, сөнки ул уны ихластан кисерер» (Ишағыя 55:7).