Төп мәғлүмәткә күсеү

«Альфа һәм Омега» кем ул йә нимә ул?

«Альфа һәм Омега» кем ул йә нимә ул?

Изге Яҙманан яуап

 «Альфа һәм Омега» тигән һүҙҙәр Йәһүә Аллаға — Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһенә ҡарай. Был титул Изге Яҙмала өс тапҡыр осрай a (Асылыш 1:8; 21:6; 22:13).

Ни өсөн Алла үҙен «Альфа һәм Омега» тип атай?

 Альфа һәм омега — грек алфавитының тәүге һәм һуңғы хәрефтәре. Изге Яҙманың ғәҙәттә «Яңы Ғәһед» тип аталған өлөшө грек телендә яҙылған булған. Шул өлөшкә Асылыш китабы ла инә. Был хәрефтәрҙең грек алфавитында башта һәм аҙаҡта тороуы, тик Йәһүә генә беренсе һәм һуңғы, тигән фекерҙе аңлата (Асылыш 21:6). Ул осһоҙ-ҡырыйһыҙ үткән заманда Сикһеҙ ҡөҙрәтле Алла булған һәм артабан да мәңгегә Сикһеҙ ҡөҙрәтле Алла булып ҡаласаҡ. Ул «мәңгенән-мәңгегә» йәшәп килгән берҙән-бер шәхес (Зәбур 90:2).

«Тәүгеһе һәм Һуңғыһы» кем ул?

 Изге Яҙмала был һүҙҙәр Йәһүә Алла ҡарата ла, уның Улы Ғайса Мәсихкә ҡарата ла ҡулланыла, ләкин төрлө мәғәнәлә. Ике миҫал ҡарап сығайыҡ.

  •   Ишағыя 44:6-ла Йәһүә Алла: «Мин беренсе һәм һуңғы. Минән башҡа Алла юҡ», — ти. Бында ул үҙенең мәңгелек хаҡ Алла булыуына һәм үҙенән башҡа Алла юҡ икәнлегенә баҫым яһай (Ҡанун 4:35, 39). Был осраҡта «беренсе һәм һуңғы» тигән һүҙҙәр «Альфа һәм Омега» тигәндәге кеүек мәғәнә йөрөтә.

  •   Бынан тыш, «Тәүгеһе [про́тос, а́льфа түгел] һәм Һуңғыһы [э́схатос, оме́га түгел]» тигән һүҙҙәр Асылыш 1:17, 18 һәм 2:8-ҙә осрай. Был аяттарҙың контексынан күренеүенсә, һүҙ үлеп терелгән зат тураһында бара. Тимәк, был аяттар Аллаға ҡағыла алмай, сөнки ул бер ҡасан да үлмәй (Абаҡум 1:12). Ғайса иһә үлгән һәм терелтелгән булған (Ғәмәлдәр 3:13—15). Ул рухи шәхес итеп күктәге үлемһеҙ тормошҡа терелтелгән беренсе кеше булған, унда ул «мәңгенән-мәңгегә» йәшәй (Асылыш 1:18; Колосстарға 1:18). Бөтә башҡа кешеләрҙе Ғайса үҙе терелтәсәк (Яхъя 6:40, 44). Тимәк, ул туранан-тура Йәһүә тарафынан терелтелгән һуңғы кеше булған (Ғәмәлдәр 10:40). Ошо мәғәнәлә Ғайсаны ысынлап та «Тәүгеһе һәм Һуңғыһы» тип атап була.

Асылыш 22:13-тәге һүҙҙәр Ғайсаның «Альфа һәм Омега» икәнен иҫбатлаймы?

 Юҡ. Был бүлектә һөйләүселәр бер нисәү, һәм Асылыш 22:13-тәге һүҙҙәрҙе кем әйткәне күрһәтелмәгән. Асылыш китабының был өлөшөнә комментарий биреп, Уильям Баркли үҙенең «Яхъяның Асылышына аңлатма биреү» тигән хеҙмәтендә былай тип яҙған: «Ваҡиғалар бер-бер артлы бармай... йыш ҡына ысынында кем һөйләгәнен әйтеүе ауыр». Шулай булғас, Асылыш 22:13-тә иҫкә алынған «Альфа һәм Омега» тигән титул Асылыш китабының башҡа аяттарында ла ошо титул менән аталған шул уҡ шәхескә — Йәһүә Аллаға ҡағыла, тигән һығымта яһарға була.

a Дүртенсе тапҡыр был титул Синодаль тәржемәлә Асылыш 1:10-да осрай. Ләкин хәҙерге тәржемәләрҙең күбеһендә ул юҡ, сөнки ул иң боронғо грек ҡулъяҙмаларында ла юҡ, ә Изге Яҙманың һуңыраҡ күсермәләренә ул, күрәһең, өҫтәлгән булған.