Төп мәғлүмәткә күсеү

Сексуаль бәйләнеүҙәрҙән үҙеңде нисек яҡларға?

Сексуаль бәйләнеүҙәрҙән үҙеңде нисек яҡларға?

Изге Яҙманан яуап

 Изге Яҙманан алынған бер нисә аҡыллы кәңәште ҡарап сығайыҡ.

  1.   Эштә үҙегеҙҙе дөрөҫ тотоғоҙ. Хеҙмәттәштәрегеҙ менән үҙегеҙҙе әҙәпле һәм ихтирамлы тотоғоҙ. Шул уҡ ваҡытта артыҡ яҡын мөнәсәбәттәрҙән һаҡланығыҙ, уларҙың бәйләнеүҙәрен ҡабул итергә йыйынмағанығыҙ күренеп торһон (Матфай 10:16; Колосстарға 4:6).

  2.   Кейемегеҙ тыйнаҡ булһын. Саманан тыш асыҡ һәм һылашып торған кейем кәрәкмәгән иғтибарҙы йәлеп итәсәк. Изге Яҙма «тыйнаҡ... әҙәп һәм намыҫ һаҡлап» кейенергә кәңәш итә (1 Тимофейға 2:9).

  3.   Дуҫтарҙы аҡыл менән һайлағыҙ. Әгәр һеҙ флиртҡа һәм бәйләнеүҙәргә еңел ҡараған йә хатта уларҙы хуплаған кеше менән аралашһағыҙ, моғайын, үҙегеҙ ҙә шундай мөнәсәбәткә дусар булырһығыҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20).

  4.   Әҙәпһеҙ һөйләшеүҙәрҙән ҡасығыҙ. «Оятһыҙ, аңһыҙ, шулай уҡ төртмә һүҙҙәр» һөйләй башлаһалар, унан китегеҙ (Ефестарға 5:4).

  5.   Әхлаҡһыҙлыҡҡа килтерә алған ситуацияларҙан һаҡланығыҙ. Мәҫәлән, етди сәбәптәр булмай тороп, эштән һуң ҡалырға тәҡдим итһәләр, һаҡ булығыҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:3).

  6.   Ныҡ булығыҙ, тура әйтегеҙ. Сексуаль бәйләнеүҙәргә дусар булһағыҙ, бәйләнеүсе кешегә уның тәртибе оҡшамағанын асыҡ итеп күрһәтегеҙ (1 Коринфтарға 14:9). Мәҫәлән, былай тип әйтеп була: «Һеҙҙең ҡағылыуығыҙ оҡшамай. Миңә теймәгеҙ». Йәки ундай кешегә хат яҙып була. Хатта һеҙгә нимә оҡшамауын, бындай тәртиптең һеҙҙә ниндәй хистәр тыуҙырыуын һәм нимә эшләргә йыйыныуығыҙҙы аңлатығыҙ. Һеҙҙең был ҡараштарығыҙ әхлаҡи һәм дини принциптарға нигеҙләнгәнен асыҡ күрһәтегеҙ (1 Фессалоникаларға 4:3—5).

  7.   Ярҙам һорағыҙ. Әгәр бәйләнеүҙәр дауам итһә, был турала ышаныслы дуҫығыҙға, ғаилә ағзаһына, эштәге хеҙмәттәшегеҙгә йә сексуаль бәйләнеүҙән зыян күргәндәргә ярҙам итеүҙә тәжрибәһе булған кешегә һөйләгеҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:9). Ундай хәлгә эләккәндәрҙең күбеһе доғала ярҙам тапҡан. Быға тиклем доға ҡылғанығыҙ булмаһа ла, Йәһүәнән, «һәр яҡлап йыуатыусы Алланан», ярҙам эҙләгеҙ (2 Коринфтарға 1:3).

 Эш урынында сексуаль бәйләнеүҙәргә дусар булған миллионлаған кеше Изге Яҙманан ярҙам таба ала.