Төп мәғлүмәткә күсеү

ҒАИЛӘ ӨСӨН ЯРҘАМ | НИКАХ

Асыуҙы килтергән һыҙаттарға дөрөҫ ҡараш

Асыуҙы килтергән һыҙаттарға дөрөҫ ҡараш
  •   Тормош иптәшегеҙгә барыһын да алдан планлаштырырға кәрәк, ә һеҙ нисек тура килә, шулай эшләргә яратаһығыҙ.

  •   Тормош иптәшегеҙ — экстраверт, компанияла булырға ярата, ә һеҙ тыныс һәм сабыр кеше.

 Тормош иптәшегеҙҙең ниндәйҙер яғы асыуығыҙҙы килтерәме? Әгәр уның ошо һыҙатына иғтибар туплаһағыҙ, был һеҙҙең никахҡа зыян килтерергә мөмкин. Изге Яҙмала: «Ғәйепте иҫкә төшөрөп тороусы яҡын дуҫтарҙы айыра», — тип әйтелгән (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:9).

 Тыныслыҡ һаҡлап ҡалыр өсөн, асыуығыҙҙы килтергән һыҙатҡа башҡа яҡтан ҡарарға тырышығыҙ.

Был мәҡәләлә

 Проблемаға башҡа яҡтан ҡарағыҙ

 Тормош иптәшегеҙҙең асыуығыҙҙы килтергән һыҙаты һеҙҙе һоҡландырған сифаттың өлөшө булырға мөмкин. Бына өс миҫал:

 «Минең ирем мыштыр һәм эштәрҙе яй эшләй. Әммә шул уҡ ваҡытта холҡоноң ошо үҙенсәлеге арҡаһында ул бик түҙемле, айырыуса миңә ҡарата. Ҡайһы саҡта уның мыштырлығы асыуымды ҡуҙғата, ләкин был бит миңә оҡшаған сифаттың өлөшө» (Челси).

 «Минең ҡатыным барыһын да ентекләп планлаштыра. Бар нәмәне контролдә тотоу уға үҙен тыныс тойорға ярҙам итә. Ҡайһы ваҡыт был асыуҙы килтерә. Икенсе яҡтан, ваҡлыҡтарға иғтибарлы булғанға, ул эште үҙ яйына ҡуймай» (Кристофер).

 «Ҡайһы саҡта минең ирем бөтә нәмәгә битараф кеүек күренә. Шул арҡала күңелем төшөп китә. Әммә уның хистәргә бирелмәйенсә айыҡ аҡыллы булып ҡалыуы миңә шунда уҡ оҡшаны. Мин уның көсөргәнешле шарттарҙа тыныс ҡала алыуына һоҡланам» (Даньелла).

 Челси, Кристофер һәм Даньелланың һүҙҙәренән күренеүенсә, тормош иптәшегеҙҙең көслө һәм көсһөҙ яҡтары бер үк сифаттың өлөштәре булып тора. Бер үк сифаттың көсһөҙ яҡтарын алып ташлап, көслө яҡтарын ғына ҡалдырып булмай. Уң яғын ҡабул итәһең икән, һул яғын да ҡабул итергә кәрәк.

 Әлбиттә, ҡайһы бер сифаттарҙың ыңғай яҡтары юҡ. Мәҫәлән, Изге Яҙмала, ҡайһы бер кешеләр «тиҙ ҡыҙып китеүсән», тип әйтелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 29:22). Ундай кешеләргә, «әсенеү, ярһыу, асыу, ҡысҡырыу, яман теллелек[тән]» арыныр өсөн, үҙ өҫтөндә эшләргә кәрәк a (Ефестарға 4:31).

 Әгәр тормош иптәшегеҙҙең берәй яғы асыуығыҙҙы килтерһә, Изге Яҙмалағы ошо кәңәш буйынса эш итегеҙ: «Бер-берегеҙгә ҡарата сабырлыҡ күрһәтегеҙ һәм, үпкәгеҙ булһа, ғәфү итә белегеҙ» (Колосстарға 3:13).

 Шулай уҡ һеҙҙең асыуығыҙҙы ҡуҙғатҡан сифаттың ыңғай яғын табырға тырышығыҙ. Бәлки, һеҙ тап шуның өсөн тормош иптәшегеҙҙе яратҡанһығыҙҙыр. Джозеф исемле ир былай ти: «Асыуҙы килтергән нәмәгә иғтибарҙы туплау — бриллианттың осло ҡырҙарын ғына күреп, матурлығын һанға һуҡмауға тиң».

 Фекер алышыу өсөн һорауҙар

 Башта был һорауҙар тураһында һәр берегеҙ айырым уйланығыҙ, шунан һуң бергәләп фекер алышығыҙ.

  •   Тормош иптәшегеҙҙең, һеҙҙеңсә, ғаиләлә ыҙғыш сығара алған берәй сифаты бармы? Булһа, ул ниндәй сифат?

  •   Был сифат етди кәмселекме йәки ул һеҙҙең генә асыуығыҙҙы килтерәме?

  •   Был сифаттың ыңғай яғы бармы? Булһа, ул ниндәй? Ни өсөн һеҙ тормош иптәшегеҙҙең холҡондағы был яҡты ҡәҙерләйһегеҙ?