Төп мәғлүмәткә күсеү

Blue Planet Archive/Mark Conlin

ТӘБИҒӘТ МӨҒЖИЗӘЛӘРЕ

Атерина-грунион балығының үрсеү һәләте

Атерина-грунион балығының үрсеү һәләте

 Атерина-грунион тип аталған бәләкәй генә балыҡ Тымыҡ океан ярҙарында үрсей. Ғәҙәттә, ул Калифорния пляждарын (АҠШ) һәм Түбән Калифорния пляждарын (Мексика) һайлай. Был балыҡтар, тыуған балалары иҫән ҡалһын өсөн, ниндәй көндә һәм ниндәй ваҡытта, ярға сығып, ыуылдырыҡ сәсергә кәрәк икәнен теүәл белә.

 Иғтибар итегеҙ. Был балыҡтың ыуылдырыҡ сәсеү ваҡыты яңы һәм тулы ай ваҡыттары менән бәйле. Һыуҙың иң юғары күтәрелеше яңы йәки тулы ай ваҡытында була. Шунан һуң өс-дүрт көн үткәс, балыҡ ярға сыға. Әгәр балыҡ яңы айға йәки тулы айға тиклем ыуылдырыҡтарын сәсһә, күтәрелгән һыу уларҙы ҡом менән бергә океанға йыуып төшөрөр ине. Әммә ул ыуылдырыҡтарын һыу, иң юғары кимәлгә күтәрелеп, кәмей башлағандан һуң ғына сәсә, шуға күрә улар ҡом аҫтында ҡала һәм зыян күрмәй.

Wally Skalij/Los Angeles Times via Getty Images

 Өҫтәүенә, яҙ һәм йәй балыҡ үрсегән ваҡытта төндә һыу көндөҙгөгә ҡарағанда юғарыраҡ күтәрелә. Бының ярҙамында төндә атерина-грунион ярға сығыр өсөн йырағыраҡ йөҙә һәм шунда ыуылдырыҡтарын сәсә. Шуға күрә киләһе төндә күтәрелгән һыу уларҙы йыуып төшөрә алмай.

 Ыуылдырыҡ сәсер өсөн атерина-грунион иң ҙур тулҡынды көтөп ала һәм уның ярҙамында ярға табан йөҙә һәм ҡомға сыға. Тулҡын киткәс, инә балыҡ ҡойроғо менән еүеш ҡомға яртылаш күмелә һәм барлыҡҡа килгән соҡорға, 5—8 сантиметр тәрәнлеккә, ыуылдырыҡтарын һала, ә бер йә бер нисә ата балыҡ уларҙы аталандыра. Шунан һуң балыҡтар борғоланып һыуға табан китәләр һәм киләһе тулҡын ярҙамында кире океанға ҡайталар.

 Ыуылдырыҡтар еүеш ҡомда яҡынса ике аҙнала өлгөрә. Киләһе һыу күтәрелеше ваҡытында тулҡындың тирбәлеүе һөҙөмтәһендә ыуылдырыҡтарҙың мембраналары шартлай һәм селбәрәләр барлыҡҡа килә. Әммә тулҡындар ыуылдырыҡтарға тиклем килеп етмәһә, улар ҡомда дүрт аҙнаға тиклем һаҡлана. Дүрт аҙнанан һуң һыу яңынан күтәрелә һәм тыуған балыҡтарҙы океанға алып китә.

 Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Атерина-груниондың ыуылдырыҡ сәсер өсөн иң уңайлы ваҡытты һайлай белеүе — эволюция һөҙөмтәһеме? Әллә Барлыҡҡа килтереүсенең ижад емешеме?