Төп мәғлүмәткә күсеү

© Kim, Hyun-tae/iNaturalist. Licensed under CC-BY-4.0

ТӘБИҒӘТ МӨҒЖИЗӘЛӘРЕ

Япон ағас баҡаларының баҡылдауы

Япон ағас баҡаларының баҡылдауы

 Япон ағас ата баҡалары үҙҙәренең ҡабатланған һәм тәү ҡарашҡа тәртипһеҙ яңғыраған баҡылдауы менән билдәле. Әммә был шау-шыулы хорҙа һәр ата баҡаның тауышын айырып була. Япон ғалимдары бының серен асыҡлаған: тәртипһеҙ булып күренгән баҡылдау ысынында билдәле бер тәртипкә буйһона.

 Иғтибар итегеҙ. Япон ағас ата баҡалары үҙҙәренең баҡылдауы менән инә баҡаларҙы йәлеп итә. Баҡылдау өндәре тауыш ярыларында тыуа һәм резонатор кеүек эш иткән боғаҙҙа көсәйә.

 Бер ата баҡаның баҡылдауын икенсеһенекенән нисек айырып була? Ғалимдар шуны асыҡлаған: бер урында йәшәгән ағас баҡалары тарҡау рәүештә түгел, ә сиратлап, билдәле бер тәртиптә баҡылдай. Шуға күрә улар сығарған тауыштар бер-береһенә ҡамасауламай, ә айырым тауыштарҙан торған яйға һалынған хор барлыҡҡа килә. Был баҡаларға артыҡ көс сарыф итмәҫкә ярҙам итә. Бынан тыш улар ҡасан хорҙы бер ни тиклем ваҡытҡа туҡтатып торорға кәрәк икәнен белә.

 Япон ағас баҡаларының тәртипле баҡылдауын тикшереү һөҙөмтәләре сымһыҙ элемтә өлкәһендәге белгестәрҙе үҙ эшендә ҡатмарлы математика ҡулланырға дәртләндергән. Бының ярҙамында улар, мәғлүмәт пакеттары бер-береһенә ҡамасауламаһын өсөн, мәғлүмәт тапшырыу ваҡытын яҡшыртырға тырышҡан. Һөҙөмтәлә мәғлүмәт тапшырыуҙың эффективлығы үҫергә, ә энергия сарыф итеү кәмергә мөмкин.

 Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Япон ағас баҡаларының тәртипле баҡылдауы — эволюция һөҙөмтәһеме? Әллә Барлыҡҡа килтереүсенең ижад емешеме?