Төп мәғлүмәткә күсеү

ИМАНДАРЫН ӨЛГӨ ИТЕП АЛЫҒЫҘ | ЙОНАФАН

«Уға һис нәмә ҡамасаулай алмай»

«Уға һис нәмә ҡамасаулай алмай»

Пелештиҙәрҙең ҡарауыл отряды урынлашҡан ерҙән Михмас янындағы артылыш күренеп тора. Тирә-яҡта тик ҡаялар һәм сүллек кенә. Ошо күңелһеҙ күренештә пелешти һуғышсылары ғәҙәти булмаған нәмә күреп ҡала: тарлауыҡтың икенсе яғында ике Израиль кешеһе баҫып тора! Пелештиҙәр өсөн был күңел асырға бер сәбәп кенә, уларға бит был икәүҙе еңеү бер ни тормай. Бына инде нисәмә йылдар буйы пелештиҙәр израилдәрҙе ҡыҫырыҡлай, ә израилдәр иһә үҙ дошмандарына тулыһынса бәйле. Улар хатта үҙҙәренең тәпке һәм балталарын үткерләр өсөн пелештиҙәргә йөрөргә мәжбүр. Шунлыҡтан Израиль һуғышсылары насар ҡоралланған. Ләкин, хатта был икәүҙең ҡоралы булһа ла, ике генә кеше нимә эшләй алһын? Көлөп ебәреүҙән саҡ тыйылып, пелештиҙәр: «Менегеҙ яныбыҙға, хәҙер кәрәгегеҙҙе бирербеҙ!» — тип ҡысҡыралар (1 Самуил 13:19—23; 14:11, 12).

Пелештиҙәр, кем кемдең кәрәген биререн белһәләр, улар менән бәйләнерҙәр ине микән, ай-һай!? Оҙаҡ уйлап тормай, был икәү йәһәт кенә битләүҙән төшә лә, тарлауыҡты аша сығып, өҫкә үрмәләй башлай. Үр бик текә, шуға израилдәргә аяҡ-ҡулдары менән йәбешеп менергә тура килә, ләкин улар һис икеләнмәй туп-тура пелештиҙәр торған ергә күтәрелә (1 Самуил 14:13). Хәҙер пелештиҙәр алдан килгән кешенең ҡоралланғанын күрә. Ләкин нисек инде ул тотош гарнизонға ҡаршы бер ҡорал йөрөтөүсеһе менән генә сыға алған? Әллә ул иҫәрме?

Юҡ, был кеше иҫәр түгел. Уның иманы көслө. Уның исеме Йонафан. Был Алла хеҙмәтсеһенең тормошонан бөгөнгө мәсихселәр күп нәмәгә өйрәнә ала. Букваль һуғышта ҡатнашмаһаҡ та, беҙ Йонафандан ҡыйыу, тоғро һәм фиҙаҡәр булырға өйрәнә алабыҙ, ә был сифаттар иһә ысын иман үҫтерергә ярҙам итә (Ишағыя 2:4; Матфей 26:51, 52).

Тоғро ул һәм ҡыйыу һуғышсы

Йонафандың ни өсөн шул ҡарауыл отрядына ҡаршы барыуын яҡшыраҡ аңларға теләһәк, уның ғаиләһе менән танышырға кәрәк. Йонафан Израилдең беренсе батшаһы Шаулдың өлкән улы булған. Шаул батша итеп майланғанда, Йонафан 20 йәштәрҙә йә хатта олораҡ та булған. Күрәһең, Шаул менән Йонафан яҡшы мөнәсәбәттә булғандар, атаһы улына бар нәмәлә таяна алған. Ул көндәрҙә Йонафан өсөн атаһы оҙон буйлы, сибәр кеше һәм ҡыйыу һуғышсы ғына түгел, ә иң мөһиме, көслө иман һәм баҫалҡылыҡ үрнәге булған. Моғайын, Йонафан Йәһүәнең ни өсөн тап Шаулды батша итеп ҡуйыуын аңлағандыр. Хатта Самуил пәйғәмбәр ҙә, «халыҡ араһында ундай кеше юҡ», тигән (1 Самуил 9:1, 2, 21; 10:20—24; 20:2).

Йонафан, моғайын, Йәһүәнең дошмандарына ҡаршы атаһы етәкселегендә һуғышыуы менән ғорурланғандыр. Ул ваҡыттағы һуғыштар хәҙерге милләт-ара конфликттарҙан айырылып торған. Ул саҡта Йәһүә израилдәрҙе үҙенең вәкилдәре итеп һайлаған булған, һәм уларға һәр ваҡыт ялған илаһтарға табынған халыҡтарҙың һөжүмдәрен кире ҡағырға тура килгән. Дагон кеүек илаһтарға табынған пелештиҙәр йыш ҡына Йәһүәнең халҡын ҡыҫырыҡлаған һәм хатта уларҙы ер йөҙөнән юҡ итергә маташҡан.

Шуға күрә Йонафан өсөн һуғыштарҙа ҡатнашыу Аллаға тоғролоҡ күрһәтеүгә тиң булған. Һәм Йәһүә Йонафандың тырышлыҡтарын фатихалаған. Батша булып киткәс, Шаул үҙенең улын мең һуғышсынан торған отряд өҫтөнән баш итеп ҡуйған, һәм күпмелер ваҡыт үткәс, Йонафан үҙ кешеләре менән Гебәләге пелештиҙәр гарнизонына һөжүм иткән. Йонафан һәм уның кешеләре, насар ҡоралланған булһалар ҙа, Йәһүә ярҙамы менән дошмандарын еңгән. Быға яуап итеп, пелештиҙәр бик ҙур ғәскәр йыйған. Шаулдың күп һуғышсылары бик ныҡ ҡурҡҡан. Ҡайһы берҙәре ҡасып киткән һәм йәшенгән. Хатта дошман яғына күсеүселәр ҙә булған! Ләкин Йонафан ҡыйыулығын юғалтмаған (1 Самуил 13:2—7; 14:21).

Мәҡәлә башында әйтелгән көндә Йонафан үҙенең ҡорал йөрөтөүсеһе менән һиҙҙермәй генә лагерҙан сығып киткән. Улар пелештиҙәрҙең ҡарауыл отряды урынлашҡан Михмасҡа табан йүнәлгән һәм юлда барғанда Йонафан ҡорал йөрөтөүсеһенә үҙенең планын һөйләп биргән. Улар пелешти һуғышсылары үҙҙәрен шунда уҡ күреп ҡалырлыҡ итеп баҫасаҡтар. Әгәр тегеләр үҙҙәре янына менергә ҡушһа, был Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәренә ярҙам итәсәген күрһәткән билдә буласаҡ. Ҡорал йөрөтөүсе теләп ризалашҡан. Күрәһең, уға Йонафандың: «Йәһүә бит күптәр аша ла, әҙҙәр аша ла ҡотҡара ала, уға һис нәмә ҡамасаулай алмай», — тигән һүҙҙәре ҡыйыулыҡ өҫтәгәндер (1 Самуил 14:6—10). Йонафан нимә әйтергә теләгән?

Йонафан үҙ Аллаһын яҡшы белгән. Һис шикһеҙ, ул элек Йәһүәнең үҙ халҡына ғәйәт күп һанлы дошмандарҙы еңергә ярҙам иткәнен иҫендә тотҡан. Алла тотош халыҡҡа еңеү бирер өсөн бары тик бер кешене ҡуллана алған (Хөкөмсөләр 3:31; 4:1—23; 16:23—30). Шуның өсөн Йонафан Алла хеҙмәтселәренең еңеүе һуғышсылар һанына ла, уларҙың көсөнә лә, нисек ҡоралланыуына ла түгел, ә уларҙың иманына бәйле икәнен яҡшы аңлаған. Иман күрһәтеп, Йонафан үҙенә һәм ҡорал йөрөтөүсеһенә ҡарауыл отрядына һөжүм итергәме-юҡмы икәнен хәл итеүҙе Йәһүә ҡулына тапшырған. Ул бер билдә һайлаған, шул билдә аша Йәһүә үҙенең уларға ярҙам итәсәген аңлата алған. Йәһүәнең ярҙам итеренә инанғас, Йонафан һис ҡурҡмай дошманға ҡаршы сыҡҡан.

Йонафандың иманы нимәлә күренгән? Беренсенән, ул үҙенең Аллаһы Йәһүәне тәрән хөрмәт иткән. Ул Сикһеҙ Ҡөҙрәтле Аллаға үҙ ниәтен үтәр өсөн кеше ярҙамы кәрәкмәүен, ләкин шул уҡ ваҡытта уға көс-ҡеүәтен үҙенә тоғро булғандар файҙаһына күрһәтеү оҡшағанын белгән (2 Йылъяҙма 16:9). Икенсенән, Йонафан нимәлер эшләр алдынан Йәһүәнең ярҙам итеренә инанырға теләгән. Бөгөн беҙ Алланың эшләргә теләгән эшебеҙҙе хуплаймы икәнен белер өсөн юғарынан билдәләр эҙләмәйбеҙ. Беҙҙә Алланың рухландырылған Һүҙе — Изге Яҙма бар, тап шул китап ярҙамында беҙ Йәһүәнең ихтыярын аңлай алабыҙ (2 Тимофейға 3:16, 17). Мөһим ҡарарҙар ҡабул итер алдынан беҙ ошо китапҡа мөрәжәғәт итәбеҙме? Шулай эшләһәк, беҙ, Йонафан кеүек, Алла ихтыярын үтәү үҙ теләктәребеҙҙе ҡәнәғәтләндереүҙән мөһимерәк икәнен күрһәтербеҙ.

Шулай итеп, ике ир — ҡыйыу һуғышсы һәм уның ҡорал йөрөтөүсеһе — йәһәт кенә текә битләү буйлап пелештиҙәрҙең ҡарауыл отряды урынлашҡан ергә менә башлай. Пелештиҙәр ниһайәт үҙҙәренә һөжүм итеүҙәрен аңлай һәм уларға ҡаршы һуғышсыларын ебәрә. Улар һан яғынан да күберәк, торған урындары ла уңайлы, шуға күрә уларға был икәүҙе еңеү бер ни тормай кеүек тойола. Ләкин Йонафан пелештиҙәрҙе бер-бер артлы йығып һала башлай, ә уның артынан килеүсе ҡорал йөрөтөүсеһе уларҙы үлтерә бара. Бәләкәй генә ер бүлемендә был икәү 20 кешене ҡырып һала. Ә Йәһүә тағы бер нәмә эшләй. Беҙ былай тип уҡыйбыҙ: «Ҡырҙағы лагерь һәм бөтә ҡарауыл отряды кешеләренең ҡоттары осто. Хатта һөжүмдәр яһап йөрөгәндәрҙе лә көслө ҡурҡыу биләп алды. Аяҡ аҫты тетрәй башланы. Бының барыһы ла Алланан ине» (1 Самуил 14:15).

Йонафан үҙенең ҡорал йөрөтөүсеһе менән, пелештиҙәрҙең ҡарауыл отрядына һөжүм итер өсөн, текә битләү буйлап өҫкә үрмәләй

Йыраҡтан Шаул һәм уның кешеләре дошман лагерында паника ҡубыуын һәм хатта дошмандарҙың бер-береһен үлтерә башлауын күреп ҡала (1 Самуил 14:16, 20). Израилдәр, ҡыйыуланып, күрәһең, үлгән пелештиҙәрҙең ҡоралдарын алып, һөжүмгә ташлана. Ул көндө Йәһүә үҙ халҡына ҙур еңеү бирә. Шул ваҡыттан бирле беҙҙең Аллабыҙ үҙгәрмәгән. Йонафан һәм уның исеме әйтелмәгән ҡорал йөрөтөүсеһе кеүек, Аллаға таянһаҡ, беҙҙең бер ҡасан да өмөтөбөҙ өҙөлмәҫ (Малахи 3:6; Римдарға 10:11).

«Ул бөгөн Алла ярҙамы менән эш итте»

Йонафандан айырмалы рәүештә, Шаул өсөн был еңеү ундай данлыҡлы булмаған. Ул бер нисә етди хата яһаған. Ул Алланың пәйғәмбәре, шул уҡ ваҡытта левит булған Самуилды көтөп тормайынса, быға хаҡы булмаһа ла, үҙе ҡорбан килтергән. Самуил, килгәс, Шаулға, тыңламағаның өсөн батшалыҡ итеүең оҙаҡҡа һуҙылмаясаҡ, тигән. Бынан тыш, үҙ кешеләрен һуғышҡа ебәргән саҡта, Шаул уларҙы былай тип ант иттергән: «Мин дошмандарымдан үс алғансы һәм кис еткәнсе, икмәк ашамаҫҡа ант итегеҙ. Антты боҙған һәр кем өҫтөнә ләғнәт төшһөн!» (1 Самуил 13:10—14; 14:24).

Шаулдың был һүҙҙәренән уның насар яҡҡа үҙгәрә башлауы күренгән. Тыйнаҡ, рухи кешенән ул тәкәббер эгоисҡа әйләнә барған. Йәһүә бит бер ҡасан да был батыр һәм тырыш һуғышсыларға ундай ҡаты күрһәтмә бирмәгән. Ә Шаулдың «мин дошмандарымдан үс алғансы» тигән һүҙҙәре тураһында нимә әйтеп була? Әллә ул был һуғышты үҙенеке тип уйлағанмы? Бәлки, ул үҙенең үсен ҡандырырға, үҙенә дан һәм еңеү яуларға түгел, ә Йәһүәнең ғәҙеллеген яҡларға кәрәклеген онотҡандыр?

Йонафан атаһының халыҡты ант иттергәнен белмәгән. Ҡыҙыу һуғыштан һуң хәлдән тайып китеп барғанда, ул урман эсендә кәрәҙле бал күреп ҡалған да ҡулындағы таяҡ осон шунда манған. Бер аҙ бал ашау менән ул үҙенә хәл ингәнен тойған. Шунда һуғышсыларҙың береһе Йонафанға атаһының ашауҙан тыйыуы хаҡында хәбәр иткән. Быға Йонафан былай тигән: «Атайым халыҡҡа ҙур бәлә килтерҙе. Ҡарағыҙ, аҙ ғына бал ашап та күҙҙәрем нисек яҡтырып китте. Халыҡ бөгөн һуғышта ҡулға төшкән табыштан рәхәтләнеп туҡланған булһа, еңеүебеҙ күпкә ҙурыраҡ булыр ине!» (1 Самуил 14:25—30). Ул хаҡ һүҙҙәр һөйләгән. Йонафан тоғро ул булған, ләкин уның тоғролоғо һуҡыр булмаған. Уның бер ҡасан да атаһының һәр һүҙе йә һәр эше менән уйламайынса ризалашҡаны булмаған. Үҙенең айыҡ фекер йөрөтөүе менән ул халыҡтың ихтирамын яулаған.

Шаул, Йонафандың бал ашағанын белгәндән һуң да, үҙ тыйыуының аҡылһыҙ икәнлеген танырға теләмәгән. Бының урынына ул, Йонафан үлергә тейеш, тип ҡарар иткән! Йонафан атаһы менән бәхәсләшмәгән, үҙенә мәрхәмәт күрһәтеүен дә һорамаған. Уның яуабына иғтибар итәйек. Ул ҡыйыулыҡ менән: «Мин үлем язаһын ҡабул итергә әҙер!» — тигән. Ләкин халыҡ былай тип уны яҡлап сыҡҡан: «Йонафан үлергә тейешме һуң? Был аҡылға һыймаҫлыҡ нәмә! Ул бит Израилгә бөйөк еңеү килтерҙе. Йәһүә менән ант итәбеҙ: уның башынан бер сәс бөртөгө лә төшмәйәсәк. Сөнки ул бөгөн Алла ярҙамы менән эш итте». Нәтижә ниндәй булған? Шаул был аҡыллы һүҙҙәргә ҡолаҡ һалған. Изге Яҙмала: «Шулай итеп халыҡ Йонафанды ҡотҡарҙы, һәм ул үлмәне», — тиелә (1 Самуил 14:43—45).

Йонафан үҙенең атаһы Шаул батшаға: «Мин үлем язаһын ҡабул итергә әҙер», — ти

Ҡыйыу, маҡсатлы һәм фиҙаҡәр кеше булғанға, Йонафан яҡшы абруй яулаған. Бәләгә эләккәс, яҡшы абруйы уға ярҙам иткән. Беҙгә лә көндән-көн ниндәй абруй ҡаҙаныуыбыҙ хаҡында уйлау яҡшы булыр ине. Изге Яҙмала яҡшы исем, йәғни абруй бик ҡиммәтле тип әйтелә (Вәғәзсе 7:1). Әгәр беҙ, Йонафан кеүек, Йәһүә алдында яҡшы исем булдырһаҡ, кешеләр ҙә беҙҙе хөрмәт итәсәк.

Ҡараңғылыҡ ҡуйыра

Атаһының йыш ҡына дөрөҫ булмаған ҡарарҙар ҡабул итеүенә ҡарамаҫтан, Йонафан күп йылдар буйы тоғролоҡ менән уның яғында һуғышҡан. Атаһының ғорур һәм буйһонмаусан кешегә әйләнә барыуын күреп, Йонафандың ниндәй хистәр кисереүе тураһында уйлап ҡына ҡарағыҙ! Шаул торған һайын нығыраҡ рухи ҡараңғылыҡҡа бата барған, Йонафан иһә бер нәмә лә эшләй алмаған.

Шаулдың буйһонмауы Йәһүә уға амалектарҙы ҡырып бөтөрөргә ҡушҡанда бигерәк тә асыҡ күренгән. Был халыҡ шул тиклем боҙоҡ булған, хатта Муса көндәрендә үк Алла тотош халыҡтың юҡ ителерен алдан әйткән (Сығыш 17:14). Шаулға амалектарҙың мал-тыуарын юҡ итергә һәм батшалары Ағаҡты үлтерергә ҡушылған булған. Шаул һуғышта еңгән, һәм, һис шикһеҙ, уның батыр улы Йонафан да был һуғышта ҡатнашҡан. Ләкин Шаул, Ағаҡты иҫән ҡалдырып һәм бөтә яҡшы нәмәләрҙе, иң яҡшы малды һаҡлап ҡалып, Йәһүәгә ҡаршы сыҡҡан. Самуил пәйғәмбәр Шаулға Йәһүәнең ҡаты хөкөмөн еткергән: «Һин Йәһүә һүҙен кире ҡаҡҡанға, ул да һине кире ҡаға һәм тәхетеңдән төшөрә» (1 Самуил 15:2, 3, 9, 10, 23).

Тиҙҙән Йәһүә Шаулға үҙенең изге рухын бирмәй башлаған. Алланың хуплауынан мәхрүм ҡалғас, ул тиҙ ҡыҙып китеүсән, ярһыу кешегә әйләнгән һәм уны төрлө ҡурҡыуҙар солғап алған. Йәһүә Шаулды яман рух биләп алыуына юл ҡуйған (1 Самуил 16:14; 18:10—12). Ҡасандыр тоғро атаһының шул тиклем түбән тәгәрәүен күреү Йонафанға, моғайын, бик ауыр булғандыр! Шуға ҡарамаҫтан, Йонафан Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итеүен дауам иткән. Ул атаһына ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырышҡан, ҡайһы саҡта хатта уның менән асыҡтан-асыҡ һөйләшкән. Ләкин уның өсөн күктәге бер ҡасан да үҙгәрмәүсән Атаһы Йәһүәнең фекере иң мөһиме булған (1 Самуил 19:4, 5).

Һеҙ яратҡан кешенең, бәлки, яҡын туғанығыҙҙың насар яҡҡа үҙгәргәне булдымы? Быны күреү бик ауыр. Йонафан менән булған хәл бер мәҙхиә яҙыусының бындай һүҙҙәрен иҫкә төшөрә: «Хатта атайым һәм әсәйем мине ташлаһа ла, Йәһүә ташламаҫ, үҙе мине һыйындырыр» (Зәбур 27:10). Йәһүә — тоғро. Кешеләр өмөтөгөҙҙө өҙөрлөк эштәр ҡылһа ла, Алла һеҙҙе үҙенә һыйындырыр һәм һеҙгә иң яҡшы Атай булыр.

Йонафан, күрәһең, Йәһүәнең атаһын батшалыҡ тәхетенән төшөрөргә йыйынғанын белгән. Ул быға нисек ҡараған? Ул берәй ҡасан, мин ниндәй батша булыр инем икән, тип уйланы микән? Атайымдың хаталарын төҙәтеп, тоғро, тыңлаусан батша буласаҡмын, тип хыялланды микән? Беҙ быны белмәйбеҙ. Ләкин хатта Йонафан шундай өмөттәр менән йәшәгән булһа ла, улар тормошҡа ашмаған. Был Йәһүә үҙенең тоғро хеҙмәтсеһен ташлаған тигәнде аңлатамы? Һис тә юҡ! Бынан да бигерәк Йәһүә Йонафан менән булған хәлдәр аша тоғро дуҫ булыуҙың нимә аңлатыуын күрһәткән. Йонафан менән Дауыттың дуҫлығы тураһындағы хикәйә Изге Яҙмалағы иң сағыу хикәйәләрҙең береһе! Киләһе мәҡәләлә ошо хаҡта һүҙ барасаҡ.